Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
22 Декабрь 2020, 13:44

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөғин Нагаевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы яугиры, генерал Миңлеғәли Шайморатов орденының беренсе кавалеры Мөғин Нагаевтың хәтере мәңгеләштерелә.

Республика башлығы ҡултамғаһы менән тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Документҡа ярашлы, Өфөнөң 160-сы лицейына Мөғин Нагаевтың исеме бирелә. Баш ҡаланың Гвардия скверы ла хәҙер Мөғин Нагаевтың исемен йөрөтә. Өфөлә ветеран йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул урта мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ барлыҡҡа килә. Ошо ауылдың дан аллеяһына ла геройҙың исеме бирелә. https://www.bashinform.ru/news/1537740-v-bashkirii-uvekovechat-pamyat-veterana-velikoy-otechestvennoy-voyny-mugina-nagaeva/
Читайте нас: