Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
18 Декабрь 2020, 14:05

«Берлинды алған өсөн» миҙалы ла бар

Һуғыш башланғас, Ҡабыҡҡыуыш ауылынан 25 йәшлек Рамазан Ишембәтовты фронтҡа ебәреүҙе кисектереп торалар. Һәм бына 1942 йылдың май айы етә. Сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле. Баҫыуға һыбайлы килеп туҡтай.- Рамаҙан ағай, һеҙгә саҡырыу ҡағыҙы килде. Тиҙ генә ауылға ҡайтығыҙ, - тип хәбәр итә ул.Киләһе көнөнә үк өс ир-егет юлға әҙерләнә. Рамазан ҡатыны Ғәйшәне һәм дүрт йәшлек Фроза ҡыҙын ҡосаҡлап: - Бик ныҡ ҡайғырмағыҙ, - ти ул. - Алла бирһә, ҡайтырбыҙ. - Нисек ҡайғырмайһың инде, - тип яуап бирә Ғәйшә, күҙ йәштәрен һөртөп.

Хәрби комиссариаттан уларҙы уҡыу часына ебәрәләр. Ай ярымдан - Көньяҡ-көнбайыш йүнәлеше буйынса фронтҡа китәләр. Әммә юлда уларҙың эшелонын дошман бомбаға тота. Рамазан яралана. Госпиталь. Ошонан ул Сталинградҡа эләгә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҙур алыштарҙың береһендә, Волга һәм Дон йылғалары араһында, Совет ғәскәрҙәре дүрт айға яҡын ҡаты ҡурғаулау алыштары алып бара. Шунда һуғышҡандар һуңынан ерҙәге тамуҡ аша үттек, тип һөйләй.
Рамаҙан артиллерист була. Гаубица туптарынан торған орудие расчетында ул снарядтар килтереп тороусы, һуңынан - расчет командиры була.
Көн дә тиерлек ҡаты алыштар. Бик күп һалдаттар башын һала. Әммә 1942 йылдың ноябренең икенсе яртыһында Совет ғәскәрҙәре контрһөжүмгә күсә һәм киләһе йылдың ғинуарында немецтарҙың ҙур ғына төркөмөн тар-мар итә.
Артабан сержант Ишембәтов һәм уның иптәштәре Ростов өлкәһенә, һуңынан - Украинаға юллана. Днепр йылғаһы аша сығалар. Яйлап ҡына алға баралар һәм уң яҡ яр буйлап Украинаны азат итәләр.
Польшала ла алыштар бик ҡаты була.
Германияға килеп еткәндә Ишембәтовтың Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы була.
Одер йылғаһы ярында плацдармды тотоу еңел булмай. Әммә бында ла ныҡ торалар. Артабан - Берлин. Ишембәтов Берлин операцияһында ҡатнаша. Бында ул I дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Бүләкләү ҡағыҙында Дальвиц ҡалаһы эргәһендә ул үҙенең минометы менән бинаның ҡыйығынан беҙҙең хәрби подразделениеларҙы утҡа тотҡан дошмандың ике пулеметын юҡ итә, шулай уҡ немец батареяһы утын туҡтата, дошмандың автоматсылары булған өйҙө яндыра, тиелә.
Һуғыштан һуң тағы бер йыл - Балтик диңгеҙе ярында хеҙмәт итергә тура килә.
Тыуған яҡтарына ул 1946 йылдың июнь башында ҡайта. Юғарыла билдәләнгән наградаларға «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн» миҙалдары өҫтәлә.
Шатлыҡтар ғына түгел, ҡайғылар ҙа була - бик күп ауылдаштары яу яланында башын һала.
Коммунист булараҡ (Компартияға ул фронтта, 1943 йылда инә), Ишембәтовты район партия комитетына саҡырталар. Беренсе секретарь уның ҡулын ҡыҫа. Артабан ихласлап һөйләшеп ултыралар.
- Бына нимә, - ти секретарь. - Һине Стәрлетамаҡҡа етәксе кадрҙар әҙерләү курстарына ебәрергә уйлайбыҙ.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ул урындағы колхоз рәйесе булып эшләй. Бөтөп барған хужалыҡты тергеҙергә кәрәк була. Был эштә Рамазан Исламғол улының эшлекле сифаттары һәйбәт күренә. 1950 йылда был вазифаға икенсе етәксе килә, ә Ишембәтов уның урынбаҫары була. Киләһе йылдарҙа бригадир, ферма мөдире булып эшләй.
Йәмәғәте Ғәйшә менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр, уларға һәйбәт тәрбиә бирәләр.
Рамазан Исламғол улы 1991 йылда 75 йәшендә вафат була. Әммә фронтовиктың ҡыҙы Фроза Вахитова билдәләүенсә, уның изге эштәре һәм шәхсән үҙе тураһында иҫтәлек яҡындарының һәм ауылдаштарының хәтерендә мәңге йәшәй.
Мансур Ғиззәтуллин.
Читайте нас: