Уға хөрмәтен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә белдерҙе. – Мөғин Кәрим улы лайыҡлы, оҙон, сағыу ғүмер йәшәне. Ғинуарҙа уға 103 йәш тулырға тейеш ине, – тине Радий Хәбиров. – Ул һоҡландырғыс яҙмышлы кеше булды, Башҡорт кавалерия дивизияһының һуңғы геройы, Ҡыҙыл Байраҡ, Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы һәм Александр Невский ордендары кавалеры. Уның кеүек кешеләр – беҙҙең йәштәребеҙ, бөтәбеҙ өсөн өлгө. Бөгөн беҙ геройыбыҙҙы тәрән хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатабыҙ. Мотлаҡ рәүештә уның тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштерергә кәрәк, бының нисек лайыҡлы эшләргә икәне тураһында уйларбыҙ. Легендар шәхес менән бөгөн Нуғай ауылында хушлаштылар. Унда Радий Хәбиров та барҙы. Уны барлыҡ хәрби хөрмәт менән Өфө районының Михайловка ауылындағы Хәрби аллеяла ерләнеләр. Мөғин Кәрим улы Нагаев 1918 йылдың 4 ғинуарында Өфө губернаһындағы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Йәрмәкәй районы) Һыуыҡҡул ауылында тыуған. Егет бала саҡтан спорт, бигерәк тә гимнастика менән шөғөлләнгән, йүгерергә, саңғыла шыуырға яратҡан. Ул 1932 йылда – Һыуыҡҡул башланғыс мәктәбен, ә 1935 йылда Бәләбәй ҡалаһында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Бәләбәй педагогия училищеһында уҡытыусы һөнәрен алған. Мөғин Кәрим улы 1939 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хәрби хеҙмәткә киткән. 1939 йылдың октябренән 1940 йылдың октябренә тиклем Приморье крайының Лазо станцияһында урынлашҡан полк мәктәбенең курсанты булған. 1941 йылда артиллерия училищеһын тамамлағас, егет Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелгән. Мөғин Нагаев 1945 йылға тиклем 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт иткән: башта – взвод командиры, 1941—1943 йылдарҙа – 101-се айырым атлы-артиллерия дивизионының танкыға ҡаршы батарея командиры, 1943—1945 йылдарҙа 148-се гвардия артиллерия миномет полкының танкыға ҡаршы батарея командиры булған. Дивизия составында Сталинград, Донбасс, Чернигов, Ковель, Польшаны азат итеүҙә, Дебальцево операцияһында ҡатнашҡан һәм Эльба ярҙарына тиклем барып еткән. 1942 йылдың 6 июлендәге алыш барышында дошманды бер туҡтауһыҙ ут аҫтында тотоуҙы тәьмин иткән өсөн 1-се батареяның 2-се взводы командиры кесе лейтенант Мөғин Нагаев “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Бынан тыш, Башҡортостан яугире етәкселегендәге батарея Десна йылғаһы аша үтеп Березна ҡалаһын, Богач һәм Чернышки ауылдарын алғанда әллә күпме фашист һалдатын һәм офицерын юҡ иткән. Любеч тирәһендә Днепр аша икенсе тапҡыр сыҡҡанда ла Мөғин Нагаев етәкселек иткән батарея әллә күпме ҡаһармалыҡ күрһәткән. Ошо батырлыҡтары өсөн яугир Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. 1945 йылдың 16 февралендә Көнсығыш Померанияның Бралентина ҡалаһы тирәһендәге алышта гвардия капитаны Мөғин Нагаев танкыға ҡаршы терәк пунктының командиры булған. Шулай итеп, ул немец батальонының 15 танк һәм бер нисә «Фердинанд» ярҙамында ойошторолған биш һөжүмен кире ҡаҡҡан һәм 200-гә яҡын дошман һалдатын, офицерын юҡ иткән. 3-сө орудие расчеты сафтан сыҡҡас, яҡташыбыҙ үҙе орудие артына баҫҡан һәм өс танкыны һәм бер “Фердинанд”ты юҡ иткән. Ә бына быныһы тағы хайран ҡалырлыҡ! Барлыҡ орудиелар сафтан сығыуына ҡарамаҫтан, Мөғин Нагаев терәк пунктын ҡалдырмаған һәм, 10 ҡыҙылармеецты йыйып, алты сәғәт дауамында ҡамау эсендә алышты дауам иткән, контрһөжүмгә күсеп, дошмандың алтынсы һөжүмен кире ҡаҡҡан һәм ҡамауҙан сыҡҡан. Атыу ҡоралы менән 70-кә яҡын фашист һалдатын һәм офицерын юҡ иткән. Был алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн ҡаһарман яугир Ленин ордены менән бүләкләнгән. 1956 йылдың октябрендә гвардия майоры Мөғин Нагаев Совет Армияһындағы хеҙмәттән отставкаға сыҡҡан. Өфөнөң өс уҡыу йортонда музей ойоштороуҙа ҡатнашҡан ул, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын ойоштороу буйынса етәксе булған. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мөғин Нагаев Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, Александр Невский ордендары, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградланған. Быйыл 23 февралдә ҡаһарманлығы өсөн ул Башҡортостанда беренселәрҙән булып Радий Хәбиров ҡулынан Шайморатов генерал ордены миҙалы менән наградланды. Геройҙың йорто алдында хәрби парад үткәрелде. Башҡортостан Башлығы уның янына йыш ҡына барып йөрөнө, уны һәр ваҡыт йәштәр өсөн өлгө һәм үрнәк итеп ҡуя ине. Тыныс йоҡла, легендар шәхес! Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. "Башҡортостан" гәзите. Автор: Альфия Мингалиева