Макеевканан Иван Бенда уҡыуға әүәҫ була, педагогия техникумын тамамлай. 1939 йылда армияға алына. 1939-1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. Демобилизацияға ваҡыт етте тигәндә генә Германия менән һуғыш башлана. Иванға ҡалырға тура килә. Артабан Мурманск өлкәһенә ебәрәләр. Өлкән лейтенант Бенда миномет ротаһы командиры була.
Поляр түңәрәге аръяғында алыштар ауыр шарттарҙа бара. Таулы-ташлы урындарҙан хәрәкәт итәләр. Гитлерсылар әлеге урынға стратегик әһәмиәт бирә. Беҙҙең ғәскәрҙәр көнбатышта территорияға үтеп ингән немец-фин дивизияһын туҡтатыуға ирешеп, дошмандың Мурманск ҡалаһына һәм тимер юлға сығыуына юл ҡуймай. Әммә позицияны тотоу бик ауыр була. Айырым тау-егерь частары менән алыштар ҡаты бара. Төньяҡта беҙҙең ғәскәрҙәр 1944 йылдың мартына тиклем оборона тота. Һуңынан беҙҙең дошман ҡулға алған территорияларҙы азат итеү башлана.
Бында, Поляр түңәрәге аръяғында, Иван Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Бында хеҙмәт иткән дивизияны көнбайышҡа йүнәлтәләр. Был ваҡытҡа ул капитан званиеһында миномет дивизионы штабы начальнигы була. Эстония, Латвия, Литва, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша, Германияла һуғыша. Тағы бер - II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Ә уның бер туғаны Федор һәләк була. Ике туған дүрт ир туғаны ла фронтта һуғыша. Икеһе әйләнеп ҡайта, ә Михаилдың һәм Григорийҙың ғүмерен дошман снаряды ярсығы өҙә.
Иван Гордеевич һуғыштан һуң яратҡан эшенә ҡайта. Уҡытыусылар институтын тамамлай. Мәктәп директоры, район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй.