Атайым Ғәбдрәхим Исхаҡов (һүрәттә) 1920 йылдың 19 ғинуарында Стәрлебаш районының Һарайҫа ауыл Советына ҡараған Йәлембәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Ғабдрахман Сәфиулла улы Октябрь революцияһына тиклем дә, унан һуң да ер эшкәртеү менән мәшғүл була. 1928 йылда колхозға инә. 1929 йылда ҡаты сирләп вафат була.
Әсәһе Әлифә Гәрәй ҡыҙы йорт хужабикәһе була. Ул да ауыр тормоштандыр инде бигерәк йәшләй, 1920 йылдың июнь айында вафат була. Әсәһе мәрхүмә булғас биш айлыҡ атайымды әсәһенең тыуған ауылы Айыусынан (хәҙер Стәрлетамаҡ районы) Ғабдулла Хәйруллин исемле туғандары тәрбиәгә ала. Улар ҙа яҡты донъя менән хушлашҡас кире атаһына ауылға ҡайта малай. Ул ваҡытта атайыма ете генә йәш була. 1929 йылда атаһы мәрхүм булғас бөтөнләй ҡараусыһыҙ ҡала. Шунан ул өйҙән-өйгә йөрөп, 1932 йылдың октябренә тиклем ауыл көтөүен көтөргә мәжбүр була. Шул уҡ йылды Стәрлетамаҡ элеваторына иген алып китеп барған ылаусы бабай көтөү көтөп йөрөгән еренән уны алып китеп, ҡалалағы Ленин мәктәбенә алып барып урынлаштыра. Бала сағы һәм Ленин мәктәбендә уҡыуы тураһында шиғырҙарында асыҡ күрһәтелгән.
Ленин мәктәбендә 7 класс белем алғас, уҡытыусылар әҙерләү курстарында уҡып сыға. 1938 йылдың 1 сентябренән 1940 йылдың октябренә тиклем Совет армияһы сафтарына алынғансы ауылда уҡытыусы булып эшләй.
Армиянан тура ул фронтҡа эләгә. Һуғышты ул радист-уҡсы булып башлай. Яраланып госпиталдә дауаланып сыҡҡас, уны Кубан казактарынан торған кавалерия дивизияһына хеҙмәт итергә ебәрәләр. Шул дивизия менән Украина, Белоруссия, Венгрия һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Хәрби наградалары бар. Улым Рафиҡ Интернет аша уға «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалын ни өсөн биргәндәрен асыҡланы. «Гвардия сержанты 4-се эскадрондың танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы гвардия сержанты Исхаҡов Ғәбдрәхим Ғабдрахман улы 1945 йылда Смоленное ауылы өсөн барған алышта шәхси ҡоралынан дошмандың ут нөктәһен юҡ иткән өсөн ала. 1920 йылда тыуған, ВКП/б/ кандидаты. Башҡорт. Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына Ауырғазы районы хәрби комиссариаты тарафынан алына».
«1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы ла бирелгән атайыма.
1945 йылдың 22 декабрендә демобилизациянан һуң атайым тыуған ауылына ҡайта. Колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Ибраҡай ауылынан Миңлеғәзизә Хәсәнова менән ғаилә ҡоралар. Үҙ тырышлыҡтары менән тормош көтәләр. Мал-тыуар аҫырап, баҡса үҫтереп, әкренләп үҙҙәренә өй һалалар. Икеһе лә «К коммунизму» колхозында тырышып эшләйҙәр.
Шулай ҙа 1956 йылдың мартынан 1961 йылдың октябренә тиклем Һарайҫа урта мәктәбендә эшләгән атайым. Әммә 1961 йылда ул үҙ теләге менән колхозда төҙөүсе булып эшләй. Белемле һәм яуаплы атайыбыҙҙы бер йылдан һуң Йәлембәт ауылы почта начальнигы итеп ҡуялар. Ошо урында атайымдың автобиографияһы тамамлана. Мин, 1956 йылғы улы Ирек, уның һуңғы йылдарын асыҡ хәтерләйем.
Атайым байтаҡ йылдар хисапсы булып эшләне. Ғүмеренең һуңғы йылдарында 1-се бригадала ферма мөдире вазифаһын биләне. 1971 йылдың 16 октябрендә Стәрлебаш ауылы дауаханаһында оҙаҡ сирләгәндән һуң арабыҙҙан китеп барҙы.
Атайым менән әсәйем һигеҙ бала үҫтерҙе. Хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан. Иң оло ағайым Дим һәм мин, Ирек, Өфө ҡалаһында йәшәйбеҙ. Өс улдары Илдус, Илшат һәм Юлдаш ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Дилә апайыбыҙ Мәҡсүттә донъя көтә. Әлфиә һеңлебеҙ Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы егетенә кейәүгә сығып, шул яҡта төпләнде. Ағайым Рим тыуған ауылыбыҙҙа йәшәй.
Атайыбыҙ тыйнаҡ кеше булды. Ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләне. Тормош ауырлыҡтарына зарланманы. Әммә үҙенең хистәрен ул шиғыр юлдарына һалып яҙып барған. Атайымдың шиғырҙары тупланған алты дәфтәре һаҡлана миндә. Ул унда Йәлембәт ауылы, уның барлыҡҡа килеүе, уға нигеҙ һалыусы Бейеш бабайҙың балалары, уларҙың тамырҙары һәм кемдең нисек көн иткәндәре тураһында ентекләп шиғыр итеп яҙған. Йыйынтыҡта һуғыш ваҡытында яҙылғандары ла бар. Хәҙер һеҙҙең иғтибарға атайымдың бер нисә шиғырын тәҡдим итәм.
Күндерәк йылғаһына яҡын
Һуҙылып киткән һырт буйы.
Бында килеп көн итеүҙә,
Булмаған бер кемдең уйы.
Ер өҫтөндә һирәк-мирәк,
Үҫкәндәр уҫаҡ, ҡайын.
Бик күп йылдар үткәндән һуң,
Күргәндәр Байыш байын.
Мал-тыуарҙар ашатырға,
Килеп киткән йәйләүгә.
Йәнә килеп, йәнә ҡайтып,
Ул ғүмерен кисергән.
Шулай йөрөй торғас, бында
Йорттар һалып бөтөргән.
Балаларына йәшәү өсөн,
Байтаҡ йорттар ҡоролған.
Байыш бабай ғаиләһенән башҡа,
Бер әҙәм дә тормаған.
Әкеренләп, сиҙәм асып,
Ерҙәр һөрә башлаған.
Биш бармаҡлап иген сәсеп,
Иген игеп ашаған.
Мал һуғарырға был туғайҙа,
Булған уға бик һәйбәт.
Йәнә китмәй ҡалған өсөн ауылдан,
Исем ҡушҡан Йәлембәт.
Йылдың-йылы Йәлембәткә,
Башҡа халыҡ та ҡушылған.
Килгән халыҡҡа ер биреүҙә,
Байыш бабай баш булған.
Бик күп йылдар үтеп киткән,
Байыш ҡарт йәшәүенә.
Бик ҡаты сиргә эләгеп,
Байыш ҡарт сирләп үлә.
Байыш ҡарт үлгәндән һуң,
Хужа булып Әлшәй ҡала.
Ҡыҙ балаларҙан башҡа ғына,
Унан була биш ир бала.
Әлшәй ҡарттың уландары
Исхаҡ менән Иҫәнғол.
Уларҙан һуң Хисаметдин,
Ҡыҙрас менән Баязғол.
Бик күп йылдар үткәндән һуң,
Ағаслыҡтар бөткәндәр.
Ерҙә ҡалған бүкәндәргә,
Етмәһә ут төрткәндәр.
Ҡала-ҡола тороп ҡалған.
Күндерәктең туғайы.
Үләндәргә ҡунып һайрай
Һандуғас һәм турғайы.
Күндерәк яр буйҙарында
Ҡалған һаман таллыҡтар.
Көн битендә һикереп уйнай,
Һыуындағы балыҡтар.
Яҙмаҡ булдым иҫкә алып,
Күскән Шипай ауылын,
Нисек итеп көн иткәнен,
Йәлембәт ауылы халҡының.
Ҡышҡа керһә, өйҙәренең
Һис йылыһы булмаған.
Ҡарын тәҙрәләр аша,
Ҡышын буран уйнаған.
Аҙбарында тик аҫраған,
Егә торған аттарын.
Мал-тыуарын, быҙау - атын,
Мәкенән һыу эсергән,
Эш бөткәндәй, ҡырын ятып,
Түбә түшәменә төкөргән.
Ята торғас ҡаты йоҡлап,
Төштәрендә һаташҡан.
Унан ҡалған ваҡыттарын,
Эштәр менән маташҡан.
Ҡыҙ биргәндә ҡоҙаларҙы,
Бал-ҡымыҙҙан һыйлаған,
Өйҙә ҡалған балалары,
Мейес башында уйнаған.
Әсе ҡышҡа көрәк алып,
Урамда ҡар көрәгән.
Буш ваҡытын клубҡа барып,
Концерт-кино күрмәгән.
Кис ятҡанда балаларына,
Һөйләгәндәр әкиәт.
Иртән торғас, аш алдынан
Өйрәткәндәр әфтейәк.
Аш бешергән саҡтарында,
Ашҡа бәрәңге һалмаған.
Һауыт-һабаға хеҙмәт иткән,
Ағас ҡалаҡ, ҡуштабаҡ,
Етмәгәнгә хеҙмәт иткән
Ҡулындағы биш бармаҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙар һис бер ваҡыт,
Түрге яҡтан үтмәгән.
Һыуға барған саҡтарында,
Бөркәнсектәр бөркәнгән.
Йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар,
Аулаҡ өйгә бикләнгән.
Бер-береһен иркен күреп,
Теләгәнсе һөйләгән.
Йәш ҡыҙҙарҙы күп ваҡытта,
Бай ҡарттарға биргәндәр.
Ҡарт кейәүҙәр йәш баланы,
Йәлләмәй бөтөргәндәр.
Ҡаты байҙар үҙ ҡулында,
Дүрт-биш ҡатын тотҡандар.
Үтә ҡаты байҙарының
Ун биштән дә артҡандар.
Көтөү-көтөү йылҡы тотоп,
Байҙар булып һаналған.
Рәхәтләнеп ер һөрөргә
Хатта булмаған һабан.
Ҡыш көнөндә, кейер өсөн,
Ҡатып бөткән тун булған.
Кис ятҡанда ябынырға,
Ҡатҡан тундар ҡуйылған.
Яҙға сыҡһа Күндерәк буйын,
Тиреҫ менән тултырған.
Утын урынына яғыр өсөн,
Тиҙәк итеп һуҡтырған.
Эш бөткәндә, ҡыуыш ҡороп,
Йәшәгән булған йәйләүҙә.
Йәй ғүмерен шунда үткәргән
Өйҙә ҡалмай бер көнөн.
Һуңға таба, байҙар булып,
Ниғ(е)мәт, Ғиззәт һаналған.
Иген игеп, мал ҡарауға,
Ярлы меҫкенде яллаған.
Ниғ(е)мәт байҙар, күҙ ҙә йоммай,
Ярлыларҙы алдаған.
Ярлылары байға барып
Тамаҡ буйына эшләгән.
Өйҙә ҡалған ғаиләһе,
Икмәк төҫө күрмәгән.
Эш өҫтөндә, йәй көнөндә,
Ҡатыҡ менән һыйланған.
Етмәһә, яҡшы эшлә тип,
Ҡамсы менән туҡмаған.
Ҡайһы бер ярлы әҙәм,
Аш-һыуҙарҙы урлаған.
Унан тура килгән саҡта,
Байҙыҡы, тип тормаған.
Йыш-йыш ҡына юғала башлаған,
Аҙбарҙағы һарыҡтар.
Ат урлауҙа дан алғандар,
Солтан менән Вәҙүттәр.
Тик ятмаған бармаҡ һурып,
Һырт яҡтағы Йомағол,
Ара-тирә ярҙам иткән,
Хәбетдин менән Мырҙағол.
Был дәфтәргә иҫтәлек өсөн
Яҙмаҡ булдым баштан үткәнде.
Был донъяла сират күперендәй үткән.
Нисек итеп ғүмер иткәнемде.
Һөңгөләрен кейҙереп көбәгенә
Уң ҡулыма тотоп аламын.
Ышаныслы иптәш күреп һине,
Ҡарауылға алып барамын.
Һинең менән осраштым тағын,
Ун һигеҙенсе август көнөндә.
Һис бер яуыз үтмәҫ беҙҙең алдан
Айһыҙ ҡараңғы булған төндә лә.
Һин ышаныслы иптәш булдың миңә,
Ҡырҡ беренсе йылда һуғышта.
Һис бер ваҡыт минән баш тартманың
Ҡышҡы һалҡын көндә, туңһаҡ та.
Һин әрһеҙһең, һис бер арымайһың,
Бер туҡтауһыҙ атҡан саҡта ла.
Һинең тотҡарһыҙ атыу арҡаһында
Минең йәш йөрәгем һаҡлана.
Һинең менән булып Ватан һуғышында,
Әҙме ҡалаларҙы беҙ алдыҡ.
Немец фашистарын тар-мар итеп,
Еңеүселәр булып беҙ ҡалдыҡ.
Һинең менән булдыҡ Будапешта,
Һуғышып алдыҡ венгр ҡалаһын.
Һуғыш менән барып Прагаға,
Емереп һалдыҡ Гитлер ордаһын.
Һинең исемең һәр кем йөрәгендә,
Алтындан да артыҡ һаҡлайҙар.
Беҙҙә генә түгел, ирек һөйөүселәр
Һинең исемең менән атлайҙар.
Һин ярҙамсы, ирек һөйөүсегә,
Һинең менән йөрәккә таяна,
Һинең менән дошманды тар-мар итеп,
Һинең менән баҫып дан ала!
Ғәбдрәхим ИСХАҠОВ.
Мәҡәләне Ирек Исхаҡов әҙерләне. Фото автор тарафынан бирелде.