Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
24 Ноябрь 2020, 17:25

Атайым тураһында бер кәлимә һүҙ

Күпме ваҡыт үтһә лә, кешеләр хәтерендә ҡайһы бер ваҡиғалар юйылмай. Бөйөк Ватан һуғышы халҡыбыҙ өсөн шундай афәттәрҙең береһе. Һәр бер ғаиләнең үҙ геройҙары булған. Кемдер һуғыш юлын үтеп еңеү яулап, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан, кемдер тәүге көндәрҙә үк һәләк булған, ә кемдеңдер ҡайҙа ятып ҡалғанын һаман да белмәйбеҙ һәм әле лә уларҙың яҙмышы яҡындарына билдәһеҙ.Быйыл илебеҙ Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Эйе, 1945 йылдың Еңеү майы йылдан йыл тарих төпкөлөнә китә, ә уның тураһында хәтирәләр халҡыбыҙҙың Тыуған иленә ҡарата сикһеҙ һөйөү билдәһе булып әлеге һәм киләсәк быуынға кәрәк. Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хөсәйен Йыһангир улы Асҡаров күп һынауҙар үтеп, лайыҡлы ғүмер кисерҙе. Үҙ эшенә тоғро булған, ышаныслы һәм көслө ихтыярлы атайыбыҙҙың яҡты рухы әле лә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй.

Атайым 17 йәшендә үҙ теләге һуғышҡа китә, сөнки ике ағаһының һуғыштан ҡара ҡағыҙҙары килә... Хәсән бабайым уҡытыусы булған. Ул 112-се Башҡорт атлылар дивизияһында хеҙмәт итә. Һуңғы өс мөйөшлө хаты Дон буйынан яҙылған ине. Йыһанур бабайымдың береһенән-береһе кескәй ҡыҙҙары ҡала.
Атайым данлы һәм бик бай тормош юлы үткән шәхес. Ул 1926 йылдың 28 октябрендә Үрге Аллағыуат ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Бала-Сытырман (Федоровка районы) ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1943 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән Совет армияһына алына, Алкино лагерында бер ай хәрби әҙерлек курсын тамамлағас, Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. Каунас ҡалаһында ике айлыҡ пулеметсылар курсын үткәндән һуң, 202-се уҡсылар полкы составында 3-сө Белоруссия фронтына ебәрелә. Тәүҙә кесе сержант дәрәжәһендә, аҙаҡ сержант булып Көнсығыш Пуссияла пулеметсылар батальонында бүлек командиры дәрәжәһендә 1945 йылдың майына тиклем һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан.
1945 йылдың апрелендә Көнсығыш Пруссияның баш ҡалаһы Кенигсбергты алыу өсөн көрәшә. Билдәле булыуынса, 14 апрелдә ошо ҡала дошмандарҙан яулап алына. Тиҙҙән, июнь-июль айҙарында Көнсығыш Пруссияның һәм Көнбайыш Белоруссияның ерҙәрен ҡасып-боҫоп ҡалған фашистарҙан таҙартыуҙа ла ҡатнаша. 1945 йылдың сентябренән 1946 йылдың февраленә тиклем радистар мәктәбен тамамалай һәм 1947 йылға тиклем радиостанция етәксеһе булып Көнсығыш Пруссияла хеҙмәт итә. 1949-1950 йылдарҙа Воложин ҡалаһында тәүҙә радиостанция начальнигы, артабан ике йыл радиоразведчиктар ротаһы старшинаһы булып 474 “особого назначения” радиодивизионында хеҙмәт итә. Ете йыл ғүмерен Тыуған илде һаҡлауға биргәндән һуң, 1951 йылдың сентябрендә армиянан ҡайта һәм Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу мәктәбенә уҡырға инә. 1952 йылда дипломлы йәш белгес Стәрлетамаҡ район комитетына мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.
Шул йылдарҙа уҡытыусылар институтында белем ала. 1955 йылдан 1986 йылға тиклем Аллағыуат мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Белемгә ынтылышы көслө була атайымдың. Шуға ла 1962 йылда ситтән тороп Куйбышев педагогия институтының тарих факультетын тамамалай. Ул директор булып эшләү дәүерендә Аллағыуат ете йыллыҡ мәктәбе бинаһы, 1961 йылда мәктәп һигеҙ йыллыҡҡа әйләнгәс, ағастан яңы бина, ә 1985 йылда кирбестән ике ҡатлы 11 йыллыҡ мәктәп һалынып, файҙаланыуға тапшырылды. Атайым ауыл тарихын өйрәнеп, мәктәп музейында нигеҙ һала.
Балалар уҡытыуға бағышлаған 34 йыл ғүмеренең 31-ен мәктәп директоры булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә сәйәсәт, мәғариф өлкәһендә пропагандист булып эшләне, фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы Маҡтау билдәләре менән баһаланды. «Ашҡаҙар» колхозы агитколлективының алыштырғыһыҙ етәксеһе, хужалыҡтың партбюро ағзаһы булды.
Хөсәйен Йыһангир улының депутатлыҡ эше тураһында ла байтаҡ яҙырға булыр ине. Уның уҡыусылары табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, хәрби етәкселәр, механизаторҙар булып эшләй. Уларҙың барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел.
Уҡытыусының тормош юлы бер мәктәп менән генә сикләнеп ҡалманы, ул үҙ йәнәшәһендәге сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалманы. Ауылдаштарының уңыштарын һәм борсолоуҙарын йөрәгенә яҡын ҡабул итте. Атайым менән әсәйем бик изгелекле һәм егәрле кешеләр ине. Был сифаттарҙы улар үҙҙәренең балаларында ла, ейән-ейәнсәрҙәрендә лә тәрбиәләнеләр.
Мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн атайыбыҙ «В.И.Лениндың 100 йыллығына арналған» миҙалы, Башҡорт АССРы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, Башҡорт АССРыЮғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы һәм «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» грамотаһы, район Советы, мәғариф бүлегенең грамоталары менән бүләкләнә. Х.Й.Асҡаров – запастағы капитан, утлы һуғыш йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдарға лайыҡ була. II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы, «1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн» миҙалы, Жуков миҙалы һәм башҡа бик күп юбилей миҙалдары менән наградланды. Шулай уҡ «Отличный разведчик», «Отличный радиоразведчик» күкрәккә таға торған билдәләре менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас – Аллағыуат ауылы мәхәлләһен ойоштороп, имам-хатип вазифаһын башҡарҙы.
Яугир-уҡытыусы, хеҙмәт һәм һуғыш ветераны булған атайыбыҙ намаҙ уҡып, илгә именлек, халыҡ алдында яуаплы эш башҡарыусы етәкселәрҙең тәрән аҡыллы булыуҙарын, уларға түҙемлек теләп доға ҡыла ине. Беҙ һәм балаларыбыҙ атайыбыҙ юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Улар араһында мәғариф алдынғылары, фән докторҙары һәм кандидаттар бар.
Уҡытыусылар династияһына нигеҙ һалыусы Асҡаровтар «Иң уҡымышлы ғаилә» номинацияһында Дипломға лайыҡ булды.
Әсәйем Фәниә Ғибаҙулла ҡыҙының атаһы өс ҡустыһы менән һуғыштан ҡайтмай. Ул да һуғыш осоронда колхозда ирҙәр эшен башҡара: ат-үгеҙ егеп ағас ташый, иген сәсә, мал аҙығы әҙерләшә, бесәнен дә ҡул салғыһы менән сабып, һалам ташый. Һуғыштан һуң Ергән тимер юлын күтәргәндә ҡом ташып, аслы-туҡлы йөрөгән йәш саҡтарын һәм эшләгәндә күргән михнәттәрен иҫкә төшөрөп һөйләй ине. «Бөтәһе лә фронт өсөн, Еңеү өсөн!» тип Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтырға күп көс һалған һуғыш дәүере балаларына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре арҡаһында беҙҙең быуын әлеге көндә тыныс, мул тормошта йәшәй. Атай-әсәйебеҙ беҙҙең арала юҡ инде, урындары ожмахта булһын. Уларҙың кәңәштәре әле лә балҡыған маяҡ кеүек, беҙҙең тормош юлыбыҙҙы яҡтырта.
Зифа Ҡолһарина.
Читайте нас: