9 май – беҙҙең ишле ғаиләбеҙ өсөн мөһим байрамдарҙың береһе. Һәр йыл ошо көндө бергә йыйылып, атайыбыҙҙы һәм Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән яугир туғандарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда атайыбыҙ Вәли Ҡотлошинға 19 йәш тә тулмаған була. 1941 йылдың 10 июнендә уны армияға саҡырталар. 53-се уҡсылар полкының бүлек командиры булып хеҙмәт итә. Атаһы Нәҙершаны ла хеҙмәт армияһына алалар. Атайыбыҙ хәтерләүенсә, олатайыбыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ленин исемендәге заводты төҙөүҙә ҡатнаша. Әсәйебеҙ Роза Ғәлим ҡыҙы тылда эшләй. Уның атаһы – Ғәлим олатайыбыҙ һуғыш йылдарында урындағы колхозда рәйес, ә һуңыраҡ ферма мөдире булып эшләй.
Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Тыуған илде һаҡларға 419 кеше китә. Шуларҙың 275е – яртыһынан күберәге, яу яландарында батырҙарса һәләк була. 174 ауылдашыбыҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, әммә уларҙың күбеһе яраланған йәки контузия алған була. Бына шулай итеп ауылдаштарым, шул иҫәптән туғандарыбыҙ, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә. Фронттан әйләнеп ҡайтҡас, улар халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша.
Атайыбыҙҙың яу юлы оҙон булмай. Ҡаты алыштарҙың береһендә ҡулы яралана. Бер нисә ай Ессентуки ҡалаһы госпиталендә ята. Комиссия үткәргәндән һуң ул инвалид булып тыуған ауылына ҡайта. Атайыбыҙ һуғыш тураһында һөйләргә яратмай ине. Сөнки уға, йәш кенә егеткә, үлем менән күҙгә күҙ осрашырға, иптәштәренең һәләк булыуын күрергә тура килә.
Ауылда йылдың һәр миҙгелендә эшсе ҡулдар кәрәк. Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән 20 йәшлек егет теләһә ниндәй эшкә ҡыйыу тотона. Башта мәктәптә военрук булып эшләй. Артабан ситтән тороп Ауырғазы районында агроном белгеслегенә уҡый. Ул йылдарҙа һәр хужалыҡта тип әйтерлек йәшелсәселек бригадалары төҙөп, йәмәғәт туҡланыуы өсөн ҡыяр, кәбеҫтә, помидор һәм һуған үҫтерәләр. Беҙҙең баҡсала ла йәшелсәләр һәм еләк-емеш күп ине. Беҙ, балалар, баҡсабыҙҙағы тәмле ҡарбуздар, башҡа йәшелсәләр һәм еләк-емеш менән һыйлана инек.
Ул ваҡытта атайыбыҙ йыл һайын урман әҙерләүҙә ҡатнашты. Улар Нөгөш йылғаһы буйлап һал ағыҙалар ине. Был эшкә иртә яҙҙан тотоналар. Йылдың был ваҡытында һауа торошо үҙгәреүсән – бер ҡараһаң, һыуыта, артабан йылытып ебәрә. Улар көндәр буйына еүешләнеп бөткән аяҡ кейемендә йөрөй. Шул рәүешле атайыбыҙ һалҡын тейҙереп оҙаҡ ҡына дауаханала ятты.
Бала сағымды хәтерләп, мин ҙур татыу ғаиләбеҙ тормошонан төрлө ваҡиғаларҙы иҫемә төшөрәм. Беҙ ун бер бала үҫтек. Һәр ҡайһыбыҙҙың яратҡан шөғөлө булды. Кемдер китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә яратты, малайҙар күбеһенсә атайға йорт эштәрендә ярҙамлаша ине. Әлфиә апай акробатика менән шөғөлләнде һәм уның бик яҡшы ғына килеп сыға ине. Зөлхизә апай бәләкәс туғандарына дәрес әҙерләшергә ярҙамлашты. Ә мин бейергә яраттым һәм йыш ҡына сәхнәлә сығыш яһаным. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡығанда ла бейеү түңәрәгендә шөғөлләндем. Еңеүҙең 30 йыллығын байрам иткәндә институттың бейеү ансамбле менән Германияла булдыҡ. Матур ҡала урамдары буйлап атлағанда, үҙебеҙҙең еңеүсе һалдаттар өсөн күңелде ғорурлыҡ хисе биләп алыуын әле лә онотмайым.
Беҙҙең барлыҡ уңыштарыбыҙҙа атайыбыҙҙың өлөшө ҙур булды. Ул киң күңелле, мәрхәмәтле, төрлө яҡтан үҫешкән кеше ине, барлыҡ башланғыстарҙа беҙҙе хупланы, берәй нимә килеп сыҡмаған ваҡытта йыуата белде. Беҙ, уның балалары, мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер инек. Бер ваҡыт Инсаф ағайыбыҙ дуҫтары менән һунарға китә. Унда уларҙың береһенең хәле насарая һәм ул йөрәк өйәнәгенән ҡапыл ғына вафат була. Барыһы ла ҡаушап ҡала, ә Инсаф ағай уны саңғыһына һалып, ауылға тиклем һөйрәп алып ҡайта. Атайым уның ҡылығын хупланы. Күп эштәрҙә атай беҙгә үҙе үрнәк ине.
Беҙҙең ауыл осонда урынлашҡан өйөбөҙ матур булып әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Атайыбыҙ тәртип яратты, йортобоҙ һәр ваҡыт йыйнаҡ, бөхтә булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Бәлки шуғалыр, килгән артистар һәм фотографтар ҡунып сығырға һорап йыш ҡына беҙгә киләләр ине. Ата-әсәйебеҙ уларҙың һәр ҡайһыһын шатланып ҡабул итте. Өҫтәл артында күңелле итеп һөйләшеп ултыра торғайнылар.
Ауылдаштарыбыҙ беҙҙең ата-әсәйҙе әле лә яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Элек ауылдарҙа халыҡ татыу йәшәне, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөнө. Ә туйҙар нисек күңелле үтә ине! Барлыҡ туған - тыумаса менән бергә әҙерләнәләр, шаян һүҙҙәр әйтеп һыйлайҙар, йырлайҙар, гармунға бейейҙәр. Атайыбыҙ бик етеҙ һәм еңел бейей ине! Әле лә күҙ алдымда уның бер ҡулын өҫкә күтәреп, икенсеһе менән уттай елпенеп, өй буйлап бейеп йөрөгәне. Ә беҙ, балалар, ҡаҡ иҙәнгә ултырып уның бейегәнен ҡарайбыҙ. Бына ошо осҡон балаларында ла дауам итә. Әлеге ваҡытта тантаналарҙа ағай-ҡустыларым бейергә төшөп китһә, уларҙа атайымдың хәрәкәттәрен күреп, һоҡланып ҡарап ултырам. Әсәйемдең моңло тауыш менән йырлағанын да һоҡланып тыңлай инек. Ул йыш ҡына сәхнәләрҙә сығыш яһаны.
Әсәйебеҙ Рауза Ғәлим ҡыҙы менән улар 1944 йылда ғаилә ҡоралар. Ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар булыуына ҡарамаҫтан, балаларын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләне. Әсәйебеҙ иһә «Мин бер үҙем үҫтем, күпме балам булһа ла табырмын» тип, һәр беребеҙгә йөрәк йылыһы һалып үҫтерҙе. Атайым иһә «Яуҙан ҡайта алмаған һалдаттар өсөн балалар үҫтерәйек» тигән. Шуғалыр ҙа һәр бер бала күңелендә герой-һалдат йәшәне лә инде. Барыбыҙ ҙа тормошта үҙ урынын тапты. Әлфиә апай күп йылдар Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләне. Ул доцент, педагогик фәндәр кандидаты. Зөлхизә апай уҡытыусы, тыуған ауылыбыҙҙа ҡалып, урындағы балалар баҡсаһында эшләне. Кесе һеңлебеҙ Гөлфиә ғаиләһе менән күрше Ибраҡай ауылында йәшәй. Мин ғаиләм менән Себерҙә йәшәнек, күптән түгел Жуково ҡасабаһына күсендек. Ә алты ағалы - ҡустылынан, Мөнирҙән башҡаһы, бишеһе - Инсаф, Мансаф, Замир, Амур, Әмир тыуған ерҙә төпләнде. Уларҙың барыһы ла эшсән, үҙҙәренең фермерлыҡ хужалыҡтарын булдырып, тыуған ерҙәрендә намыҫлы эшләйҙәр. Ҡасандыр атайым: «Минең балаларым тотош урам булып йәшәһен ине», - ти торғайны. Ул иҫән булһа беҙҙең менән ғорурланыр ине. Хәҙер иһә уның балалары ғына түгел, ейәндәре лә иркен йорттар һалып сыҡтылар. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса, атай йорто иң бәләкәй улдары Әмиргә ҡалды. Киленебеҙ Эльвира менән әсәйебеҙҙе ҡараны улар. Һуңынан Әмир ҙә, ағалары кеүек, башҡа сығырға уйлап, ҙур йорт һалды. Атай йорто уның улы Арыҫланға ҡалды. Ул ғаилә ҡороп ошонда төпләнде. Быйыл үҙенә йорт һалырға уйлап, беҙҙең бала саҡ үткән өйҙә һүттеләр. Бер аҙ моңһоу булһа ла, тыуған йорт нигеҙендә тормош дауам итеүенә һөйөнәбеҙ. Йәштәр бәхетле йәшәһен.
Ә герой-әсәй Роза Ғәлим ҡыҙы һәм һуғыш ветераны Вәли Нәҙерша улы тураһында иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәй. Уларҙың урындары ожмахта булһын. Мин иһә: «Рәхмәт һеҙгә, атай - әсәй, лайыҡлы тәрбиә биргәнегеҙ өсөн. Һеҙ һәр саҡ беҙҙең күңелдә!» - тип әйткем килә.