Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын билдәләнгәндә яугир тыуған яҡтарына шаңдау булып ҡайтты. Яҡташтарын һуңғы юлға оҙатырға тотош Дүртөйлө халҡы йыйылды. Фазылғаян Әхмәтовты бөгөн яҡындан белеүсе ҡалмаһа ла, уны халыҡ мемориал таҡтаташҡа уйып яҙылған исем-шәрифе аша таный. Ете тиҫтә йылдан ашыу билдәһеҙлектән һуң бөгөн ул тыуған яҡтарына ҡайтарылды. Эҙәрмәндәр илдең төрлө төбәктәрендә тарихи дөрөҫлөктө булдыра. Юғалған һалдаттарҙың әйберҙәрен, документтарын йә ҡәберҙәрен табып, шәхестәрен асыҡлап, уларҙы туғандарына тапшыра.