«Фашистар килде». Алтын көҙ, хозур тәбиғәт мөйөшө һәм үлем. Атып үлтерелгән көтөүсе малай кәүҙәһе, ҡорһаҡтары ҡабарған һыйыр һәм быҙау – һауанан осоп үткән немец самолеты артынан ошондай күренеш ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төшөрөлгән Аркадий Пластовтың был картинаһы 1943 йылда Сталин ҡушыуы буйынса Тегеран конференцияһында күрһәтелгән. Мәғлүмәттәр буйынса, ижади әҫәр Черчиль менән Рузвельтҡа икенсе фронтты асыу ҡарарын ҡабул итергә ярҙам иткән. Әҫәрҙең интерактив вариантын Өфөләге «Рәсәй минең тарихым» паркында «Быуындар хәтере» мультимедия күргәҙмәһендә күрергә була.