Өләсәйем Разия Искәндәрованың улы Ғәли (1924 йылғы) 1942 йылдың сентябрендә һуғышҡа алыныуын белгәндә мин бик бәләкәй инем. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Ул 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Минең атайым Заһит Арыҫланов та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Фронтҡа 1944 йылда алына, 856-сы уҡсылар полкында һуғыша һәм 1945 йылдың еңеү майын ҡаршылай. Ул тыуған ауылына ҡайтып барғанда, поезда төндә уның документтарын һәм наградаларын урлайҙар. Ҡайтҡас ул документтарын тергеҙә, ә бына миҙалдар бөтөнләй табылмай. Үҙемде белгәндән алып, атайым ғүмер буйына пинжәгендә наградалар планкаһын ғына тағып йөрөнө. Уның «Артиллеристы, Сталин дал приказ...» тигән яратҡан йыры була торғайны. Бәлки, атайым һуғышта артиллерист булғандыр? Белмәйем, сөнки ул һөйләргә яратмай ине. Һуғыш тураһында фильмдарҙы бөтөнләй ҡарай алманы, күҙҙәре йәшләнеп, өйҙән сығып китә торғайны.
Ике йыл элек минең бер туғаным Илдар Мәскәүҙә үткән парадта ҡатнашты һәм «Үлемһеҙ полк» сафтарында атайыбыҙҙың фотоһүрәтен тотоп барҙы.
Һәм тағы ла минең ҡайным Басир Кәримов (һүрәттә) немец илбаҫарҙары менән алыша, ул Ғафури районынан. 3-сө Украина фронты составында пулеметсы була. 1944 йылда фронтҡа алына. Ҡыҫҡа буйлы, ябыҡ ҡына һалдат. Станоклы пулеметты күсереп йөрөткәндә ике өлөшкә - көбәген һәм тәгәрмәстә станокты һүтеп алалар. Ул бик ауыр була. Ике һалдат уны яурындарында алып бара, һәр береһе 16 килограмдан кәм түгел. Һәм шулай итеп 1945 еңеү йылына тиклем. Прагаға 70 километр етер-етмәҫ ҡайнымдың аяғы ҡаты яралана. Түбәнге Тагил ҡалаһындағы госпиталгә эләгә. Унда буласаҡ ҡатыны Ғәлиә менән таныша. Ул да тыумышы менән Башҡортостандан, хатта бер райондан, күрше ауылдан була. Улар унда ғаилә ҡора. Улдары һәм ҡыҙҙары тыуа. Һуңынан ирле-ҡатынлы тыуған Ғафури районына ҡайталар. Икеһе лә тәүҙә колхозда, һуңынан икмәхнала эшләйҙәр. Бәләкәй генә өйҙә йәшәйҙәр. Урын тар булһа ла, күңел киң, үҙҙәре, ете балаһы, олатайҙары һәм ҡайныһының апаһы менән татыу ғүмер итәләр. Көндөҙ эштә, ә кистәрен ҡәйнәһе ойоҡбаштар бәйләй, ҡайныһы балалар аяҡ кейемен ремонтлай, ҡышын үҙҙәренең һәм ауылдаштарының быймаһын төпләй.
Ҡайным бик тыйнаҡ кеше булды. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Уңайһыҙлана ине. Хатта уны башҡа яугирҙәр менән бергә Еңеү көнөнә мәктәпкә саҡырғанда ла. Балалар үҫкән ваҡытта, иҙәндә ятҡан ҡурсаҡтар эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмауын һиҙеп ҡалдыҡ. Яҡын килеп, уларҙы ҡәҙерләп ултырғысҡа һалып китер ине. Унан һорағас, улар уға яу яланында ятҡан һалдаттарҙы хәтерләтә, ти торғайны.
Үҙҙәре кеүек үк егәрле балалар тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың барыһы ла ҡалала йәшәһә лә, аҙна һайын олоғайған ата-әсәһенә ҡайтып йөрөй. Бәрәңге ултыртырға һәм йыйып алырға, бесән әҙерләргә, башҡа эштәрҙә ярҙам иттеләр. Ваҡыт үтеү менән атай-әсәй йортон ремонтлап алдылар, уға төкәтмә төҙөнөләр. Шиферҙы һәм ихатаны профнастилға алмаштырҙылар.
Ҡайным 2008 йылда мәрхүм булды, ә ҡәйнәм Ғәлиә, Аллаға шөкөр, иҫән. Ул һуҡыр ҡалды һәм алты йыл өлкән ҡыҙы Кәфиә әсәһенә күсенеп ҡайтып уны тәрбиәләй. Ә балалары ял көндәрендә лә, аҙна уртаһында ла ата-әсә йортона ҡайтып йөрөй. Әгәр ҡайта алмаһалар, ауылға ҡайтҡан кеше артынан күстәнәс биреп ебәрәләр.
Бергә йыйылғанда беҙ, һуғышта ҡатнашҡандарҙы һәм Еңеүҙе тылда яҡынайтҡандарҙы иҫкә алабыҙ. Беҙ тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәүебеҙ һәм эшләүебеҙ, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләүебеҙ өсөн уларға мәңге рәхмәтле.
Өлкән быуын кешеләре алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ!