Беҙ – бәхетле быуын. Беҙгә, ата-бабаларыбыҙ кеүек ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ҡатнашырға, иптәштәребеҙҙең үлемен күрергә, ас-яланғас булырға тура килмәне. Ата-әсәйҙәребеҙҙән айырмалы булараҡ, беҙ бәхетле бала саҡ кисерҙек, күк һағыҙ йыйманыҡ, бәләкәй генә килеш бөртөклөләрҙе утауҙа, сәсеүҙә һәм ураҡта ҡатнашманыҡ. Йәшлеегбеҙҙә вербовка һәм ауыр хеҙмәт күрмәнек.
Ике ветеран – Баҡыйҙан Зөфәр Ғәфиев һәм Тәтер-Арыҫландан Ғүмәр Байморатов йәш кенә килеш фронтҡа алынған һәм фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан, уларҙың йыртҡыслыҡтарын, полкташтарының һәм тыныс халыҡтың үлемен күргән. Әммә улар дошманды үҙ өңөнә тиклем ҡыуып барыуҙары, ә иң мөһиме – ошо тамуҡ утында иҫән ҡалыуҙары менән бәхетле.
Һуғыштан һуң улар емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙеүҙә ҡатнашҡан, балалар уҡытҡан, үҙҙәренең балаларын тәрбиәләп үҫтергән һәм ғүмер буйына һуғыш афәтенең ҡабатланмауын теләгән.
Парад та бына улар өсөн үткәрелде. Зөфәр Шәрип улы өсөн уны үҙәк район дауаханаһы территорияһында үткәрҙеләр, сөнки ул унда дауаланыуҙа булған. Ә Ғүмәр Мәсәлим улы өсөн парад уның өйө янында булды (һүрәттә). Барыһы ла бик матур, тамашалы үтте. Улар хөрмәтенә район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һәм район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов ихлас рәхмәт һүҙҙәре, ҡотлауҙар һәм йылы теләктәр еткерҙе. Район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары башҡарыуында матур йырҙар яңғыраны. Ветерандар алдында «День Победы» йырын йырлап хәрбиҙәр тантаналы марш менән үтте, ә Тәтер-Арыҫланда уларға балалар ҙа ҡушылды. Улар, өлкәндәр кеүек, сафта тигеҙ атлап йөрөргә тырышты. Был бик тулҡынландырғыс булды. Ысынлап та, быуындар алмашы үрнәге. Ә һуңынан ветерандарға Рөстәм Камил улы «Фронтовиктарға телефондар» берҙәмрәсәйҙәр акцияһы сиктәрендә телефондар тапшырҙы.
Дөйөм фекерҙәр буйынса парад ихлас килеп сыҡты, бының өсөн уны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерге килә.