Ғабдулла Ғәлләм улы Федоровка районының Динес ауылынан, ә Әминә Вәли ҡыҙы Стәрлетамаҡ районының Оло Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән. Йәштәр Стәрлетамаҡ нефть техникумында танышалар. Һуңғы курс студенты Ғабдулла ҡара күҙле, һомғол буйлы, матур егет була. Ә мөләйем ҡыҙ - беренсе курста белем ала, егет уның артынан ныҡышмалы йөрөй башлай. Дипломын яҡлағандан һуң 1937 йылдың майында Киров исемендәге Ишембай нефть промыслаһында оператор булып эшкә урынлаша, ә шул уҡ йылдың көҙөндә уны Ҡыҙыл Армия сафтарына алалар. Бында үҙен зирәк, отҡор, белемле яугир булараҡ күрһәтеп, ҡыҫҡа сроклы курстарҙан һуң полк мәктәбенең сәйәси етәксеһе урынбаҫары, ә һуңынан уҡсылар ротаһы политругы итеп тәғәйенләнә.
Уның офицер булараҡ хәрби карьераһы 1940 йылдың ғинуарында Свердловск ҡалаһының Урал хәрби округында курстар тамамлағандан һуң башлана. Уны политрукка уҡыталар, бынан һуң илдең төньяҡ-көнбайышына хеҙмәт итергә ебәрәләр. Автобиографияһында ул Петрозаводск йүнәлешендә 136сы еңел-саңғы эскадронында һәм запастағы команда составын камиллаштырыу буйынса Ярмолин курстарында әҙерлек үтеүе тураһында яҙа, унда ул ротаның сәйәси етәксеһе булып хеҙмәт итә. Ул Фин һуғышында ла ҡатнашҡандыр, моғайын. Минең әсәйем дә шул турала һөйләгәне булды. Оҙаҡламай уны Көнбайыш Украинала Жидачев ҡалаһында 33-сө айырым батальон ҡарамағындағы сәйәси часть буйынса рота командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Унда Ғабдулла һөйгәне Әминә менән бара. Өс йыл дауамында хәрби эште үҙләштереү арҡаһында йүнләп күрешмәһәләр ҙә, уларҙың һөйөүе нығына ғына...
Һәм бына улар бергә. Львов эргәһендәге хәрби ҡалала никахтарын теркәгән йәштәрҙең тормошон бер нимә лә боҙмаҫ кеүек була. Әммә уларҙың бәхетле тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай. 1941 йылдың 22 июнендә, Львов ҡалаһын һәм Ғабдулла хеҙмәт иткән авиабазаны немецтар бомбаға тотҡас, хәрби часть командованиеһы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен тылға эвакуацияларға тигән ҡарар ҡабул итә. Шулай итеп, Әминә хәрби частан уның хәрби хеҙмәткәр ҡатыны булыуын раҫлаусы белешмә алып, дәүләт сиге аша үтеп, Башҡортостанға ҡайта. Ул һөйөклөһөнөң ғүмере өсөн бик ныҡ борсола. Илебеҙҙә башланған ҡот осҡос һуғыш уның күҙ алдынан китмәй. Өҫтәүенә, һуғыш уты ялмап алған Украинанан ул көскә тигәндәй сыға.
Әминә Стәрлетамаҡ районында йәшәгән әсәһе Фәйзә Ғималетдин ҡыҙына түгел, ә Стәрлебашҡа иренең ата-әсәһенә - Ғәлләм Мифтах улы һәм Хаят Ғәйнулла ҡыҙы эргәһенә ҡайта. Биш бала - Хәсән, Роза, игеҙәктәр Зифа менән Зилә, Зыя үҫкән ҙур ғаиләлә тормош уға һөйөклөһөн хәтерләткәндер, моғайын. Әсәйем яңы туғандар менән йәшәүе еңел булмаясағын белһә лә, йәшәргә бында ҡайта. Әммә ҡәйнә-ҡайныһына тоғро хеҙмәт итәм, уларҙың балиғ булмаған һәм кескәй балаларын үҫтерешергә ярҙамлашам тигән ныҡлы уйҙар менән ҡайта ул иренең атаһының нигеҙенә. Ҡайныһының иң өлкән балаһына ун ике, ә бәләкәйенә - дүрт йәш кенә була.
Ул шунда уҡ участка страховка инспекторы булып эшкә уранлаша. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан: ямғыр, ҡар яуһынмы, эҫе, һыуыҡ булһынмы - ул үҙенең бурыстарын үтәү өсөн район ауылдары буйлап командировкала йөрөй. Ас кешеләрҙе страховкаларға - һуңғы аҡсаларын тиерлек дәүләткә бирергә өгөтләү еңел булмай. Сөнки ил: «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» лозунгы аҫтында йәшәй. Холҡо буйынса оптимист булған әсәйемде Хамматовтар ғаиләһе үҙ итә, өйҙә бөтәһе лә уны ярата һәм ихтирам итә, ә Хәсән, Роза, Зифа, Зилә, Зыя, уларҙың ҡатындары, ирҙәре, балалары үҙҙәренең еңгәләрен уның ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Уны яратып «Әминә апай» тип йөрөтәләр, бөгөн иҫән булғандары өсөн дә ул яҡын, туған кеше булып ҡала. Ауыр һуғыш йылдарында Ғабдулланың ҡустылары һәм һеңлеләре тураһында хәстәрлек күреп, насар уйҙарға бирелмәй, һөйгәнен фронттан ҡайтҡанын сабыр ғына көтә.
Ғабдулланың ниндәй хәрби юл үткәнен һуңынан ғына белә ул. Юғарыла әйтелгәнсә, немец илбаҫарҙары менән һуғышты ул Жидачев ҡалаһында ҡаршылай. 1941 йылдың 22 июненән 1943 йылдың 15 июленә тиклем Воронеж фронтында ғәмәлдәге армияның 33-сө истребитель авиабазаһында сәйәси часть буйынса рота командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Беренсе наградаһы - «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалын 1943 йылдың апрелендә тап ошонда хеҙмәт иткән мәлдә ала. Ошо ваҡытта армияла белемле, хәрби нескәлектәрҙе яҡшы белгән белгестәр етешмәй, күрәһең. Шуға күрә, капитан Ғ.Ғ.Хамматовты, һуғыштың ошо осоронда Воронеж фронтында ауыр алыштар булыуға ҡарамаҫтан, Алма-ата ҡалаһында урынлашҡан СССР хәрби-һауа көстәре штаб командирҙарының Харьков хәрби-авиация училищеһына ебәрәләр. 1943 йылдың 15 июленән 1945 йылдың ғинуарына тиклем ул ошо училищела белем ала. Уҡыуҙан һуң 248-се штурм авиадивизияһының разведка өлөшө буйынса оператив разведка бүлеге начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 12-се һауа авиацияһының 248-се штурм авиадивизияһы составында Япония илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә лә ул. Бүләкләү ҡағыҙында түбәндәгеләр билдәләнгән: «Япония империалистарына ҡаршы дивизия частарының һуғыш хәрәкәттәре мәлендә, дивизияның разведчасы буйынса оператив-разведка бүлеге начальнигы ярҙамсыһы вазифаһында эшләп, Байкал аръяғында ауыр һуғыш хәрәкәттәре ваҡытында һәйбәт разведка ойоштороп, хәрби заданиеларҙы үтәгәндә частарға ваҡытында мәғлүмәт еткереүҙе тәьмин итте, мәғлүмәтте ваҡытында йыйып, эшкәртеп, юғарылағы штабҡа тапшырҙы». Фашистик Германия һәм Японияны еңеүҙе билдәләгәндә, 1945 йылдың майында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», 1945 йылдың сентябрендә «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамлана, әммә 29 йәшлек гвардия майоры Ғабдулла Ғәлләм улы Хамматов СССР Хәрби Көстәре сафтарында Монголия һәм Ҡытай территорияһында 179 БАД 114-се гвардия алыҫтан бомбаға тотоу Киркенес авиация полкында разведка буйынса штаб начальнигы урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итеүен дауам итә. Һис шикһеҙ, үҙенең тоғро һәм һөйөклө тормош иптәше Әминәне 1945 йылдың ноябрендә оҙаҡ көтөп алынған осрашыуҙан һуң ул үҙе менән алып китә. Аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр, һарғайған, ваҡыт үтеү менән таушалған ҡағыҙ документтар ошо иҫ киткес ғаиләнең һуғыштан һуңғы тормошо тураһында һөйләй. Әммә әсәйемдең хәтирәләре, үҙемдең бала саҡтағы тәьҫораттарым буйынса, мин уларҙың Ҡытайҙағы тормошо тураһында күҙаллай алам. Унда үткәргән өс йылда улар һөйөп-һөйөлөп, татыу, имен, етеш йәшәйҙәр. Гвардия майоры Ғабдулла Хамматов төшкән күп һанлы фотоһүрәттәр араһында разведчиктарҙың сборҙарында, полк штабы кабинетында эш өҫтәле артында, ҡорал буйынса иптәштәре менән төшкән фотолары күберәк.
Ә бына минең алдымда матур кейенгән, интеллигент йәш ҡатындың фотоһы ята. Был минең әсәйем, ул Ляодун ярым утрауында 36776-сы хәрби часында китапхана мөдире булып эшләй, уға был фотола 25 йәштән бер аҙ күберәк. Киләһе фотоһүрәттәрҙә ирле-ҡатынлы Хамматовтарҙың ялдарын нисек үткәргәнен күрергә мөмкин.
Әсәйем ҡыҙыҡлы осраҡ һөйләгәйне: улар дуҫтары менән байрам өҫтәле артында йыйылғанда, гармунда татар көйҙәрен уйнайҙар. Бер ваҡыт уларҙың урамына дежур патруль наряды килеп инә. Ике һалдат, гармун моңон ишетеп, гармунсының кем икәнен белергә теләйҙәр. Иң ҡыҙыҡлыһы шул - дежур иткән һалдаттар Сәлих Ғәлләмов (киләсәктә минең ҡайным) менән Әнүәр Ҡолоев та Стәрлебаштан - Хамматовтарҙың яҡташтары булып сыға.
Мин фотоһүрәттәргә ҡарап, уларҙың ваҡытын тойған кеүекмен. Минең ҡарашым Ғабдулла менән Әминәнең ғаилә дуҫтары төшкән фотоһүрәттә туҡталды. Уларҙың береһенең артында мин: «Бергә уҡыған, хеҙмәт иткән һәм эшләгән иң яҡшы дуҫыма иҫтәлеккә. Тормоштоң ауыр көндәрендә Д.С Игнатовтан Ғ.Ғ Хамматовҡа. Фотоға ҡарап, дуҫыңды һәм үткән һуғыш юлын хәтергә төшөр» тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым. Фото 1949 йылдың ғинуарында төшөрөлгән. Хамматовтарҙың альбомында ғаилә дуҫтарының фотоһүрәттәре Ғабдуллала ауыр үпкә ауырыуын табып, табиптар уның хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булыуы тураһында һығымта биргәндән һуң барлыҡҡа килгәндер, тип уйлайым. Ә уға ни бары 32 йәш була.
1948 йылдың аҙағында ул майор званиеһында сәләмәтлеге буйынса армиянан ҡайтарыла. Ғабдулла менән Әминә бер-береһенә шул тиклем ихлас, яғымлы, ҙур һөйөү менән ҡарап торған фотолары уларҙың тормоштарында тап ошо ауыр ваҡытта төшөрөлгән. Ғабдулланың ҡаты сиргә ҡаршы көрәшергә, ә әсәйемә уның йәнәшәһендә булып, уға ярҙамлашырға кәрәклеген яҡшы аңлай улар. Биш ғаилә пары, Ҡытайҙа бер-береһенә фотолар бирешеп, Ғабдулла һәм Әминә менән һаубуллашҡандарҙыр, моғайын. Стәрлебашҡа ҡайтҡас ирле-ҡатынлы Хамматовтар йорт һалып сығалар, бер-береһенең ҡәҙерен белеп кенә йәшәйҙәр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сир гвардия майоры Ғабдулла Ғәлләм улының ғүмерен өҙә.
Һуғыштан иҫән ҡайта, ә ғүмере бик иртә өҙөлә - 35 йәштә генә. Яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ тураһында яҡты иҫтәлекте, мин, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ ҡәҙерләп һаҡлай. Мин Ғабдулла Ғәлләм улын үҙемдең яҡын кешем тип иҫәпләп үҫтем, уға атайға ҡараған кеүек ҡараным. Ул минең өсөн көслө, ҡыйыу, һүҙен һүҙ иткән кеше, ул минең әсәйемдең хәстәрлекле һәм иғтибарлы ире була, уның менән ун йыл бәхетле ғүмер кисерә. Шуға күрә уның портреты менән беҙ «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашабыҙ, уның ҡәберен ҡарап тотабыҙ, уның шәхси әйберҙәре - ғаилә ҡомартҡыһы. Уның наградаларын, ҡайһы бер фотоһүрәттәрен минең әсәйем район тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙы.
Шулай итеп ошо фото ла шунда үҙ урынын таба. Әминә Вәли ҡыҙы һәм Ғабдулла Ғәлләм улы Хамматовтарҙың тормошо - мин, балаларым һәм ейән-ейәнсәрҙәрем өсөн лайыҡлы үрнәк, һөйөү һәм хөрмәт, бурыс һәм намыҫ, ҡыйыулыҡ һәм рух ныҡлығы өлгөһө.