Бөтә яңылыҡтар

Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!

79 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә фашист Германияһы иғлан итеп тормайынса, Советтар Союзына һөжүм итә. Һәм был һуғыш халҡыбыҙ өсөн михнәтле һәм батырлыҡ үрнәге булған 1418 көн дауам итте.

Был көндө һуғышта һәләк булыусыларҙы, алған яраларҙан, аслыҡтан һәм концлагерҙарҙа интегеүҙәрҙән вафат булғандарҙы хәтеребеҙгә төшөрәбеҙ.
Мыйыҡтары ла сығып өлгөрмәгән егеттәр мәктәп эскәмйәһенән һуғышҡа инеп, үлемһеҙлеккә, данға күмелде. Әсәләре, ҡатындары фронттан ҡара ҡағыҙҙар алды. Баҫып инеүселәрҙең аяҡ аҫтында Ер-әсә һыҡранды. Һуғыш һәр ғаиләгә үтеп инде. Ҙур, күп милләтле илебеҙ изге һуғышҡа күтәрелде. Ҡаршы тороп ҡына ҡалманы, Еңеү яуланы. Миллионлаған ғүмерҙәр ҡорбан булды. Быларҙы оноторға ярамай. Бөгөнгө көндө тарихты үҙгәртеп яҙыу – енәйәт.
22 июнь – Ҡайғы, хәсрәт һәм хәтер көнө. Ул ата-бабалары ерҙәге тыныслыҡ өсөн башын һалған, һуғыш еле ҡағылған һәр кем өсөн үҙенсәлекле көн. Кемдер Ленинградта аслыҡтан үлгән, икенселәре Бреста рәхимһеҙ алышта ҡатнашҡан һәм бер йотом һыуға тилмергән, өсөнсөләре Одерҙа һуңғы сәғәтен ҡаршылаған... Кемдер Бухенвальдта ыҙа сиккән, язалауҙарға түҙә алмайынса, йән биргән, урманға партизанлыҡҡа киткән...
Бала һәм үҫмер сағы тураһында онотоп, станоктар артына баҫҡан, тракторҙа эшләгән, һуғыш яланында һәләк булғандан һуң Герой исеменә лайыҡ булған... Кемдер һуңғы һөжүмгә күтәрелгән... Яуҙан яралыларҙы алып сыҡҡан, яугирҙәрҙе үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплаған. 9 май көнө Еңеү тураһында хәбәрҙе ишетеп, шатлыҡтан илаған...
Уларҙың батырлығын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел һәм онотолмаясаҡ та.
22 июндә иртәнге сәғәт дүрттә бынан 79 йыл элек фашистар илебеҙгә баҫып ингән көндө стәрлебаштар Еңеү паркында «Хәтер шәме»н ҡабыҙҙы. Ә 14.00 сәғәттә район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов, район ветерандар советы рәйесе К.Х.Шәрәфетдинов, Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы А.Ҡ.Ғәлиев, Советтар Союзы Геройы А.Ш.Әхмәтовтың улы А.А.Әхмәтов Ҡайғылы әсә һәйкәленә кәрзин менән сәскәләр һалды (һүрәттә). Улар бер минут тын ҡалып, 20-се быуаттың иң ҡан ҡойғос һуғышында һәләк булғандарҙың барыһын да иҫкә алды.
Был көндө Стәрлебаш ауылынан һуғыш ветерандары Абдрахман Абдрахманов менән Фәйзулла Биктимеровҡа иҫтәлекле кеҫә телефондары тапшырылды. Шулай уҡ Тәтер-Арыҫлан ауылынан һуғышта ҡатнашҡан Ғүмәр Байморатовҡа һәм Баҡый ауылынан Зөфәр Ғәфиевҡа улар 24 июндә тапшырыласаҡ. Сығыш яһаусыларҙың теләге бер булды – бындай һуғыштың ҡабатланыуына бер ҡасан да юл ҡуйырға ярамай.
Рәйсә Мусина. Автор фотоһы.
Читайте нас: