Дошман авиацияһы ил сигенә яҡын урынлашҡан аэродромдарҙы, тимер юлдарҙы, совет ғәскәре частарын көслө утҡа тота. Мурманск, Литваның Каунас, Минск, Киев, Одесса һәм Севастополь ҡалаларына бомба яуҙыра. Көслө ҡоралланған дошман армияһы сик буйындағы хәрби көстәрҙе һәм һуғыш ҡоралдарын, ҡорамалдарын юҡҡа сығара. Һауа һәм артиллерия һөжүменән һуң, фашистарҙың Балтик буйынан алып Карпат тауҙарына тиклемге фронтта ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп көстәре ҡуҙғала. Шулай итеп, Германияның союздаштары булған Венгрия, Румыния, Финляндия, Хорватия кеүек илдәр бергәләп СССР-ға ябырыла.
Германия ғәскәрҙәре иҫ китмәле ҡоралланған була – 191 дивизия, шул иҫәптән 19 танк һәм 14 моторлаштырылған дивизия Советтар Союзына ҡаршы һуғыша. Йәғни хәрби дошман көстәрендә 5,5 миллион кеше, 4300-гә яҡын танк, 47,2 мең орудие һәм миномет, 4980 хәрби самолет һәм 192 хәрби карап иҫәпләнә. Адольф Гитлерҙың “Барбаросс” планы буйынса, көҙгә тиклем улар илде баҫып алырға ниәтләнә. Тик был һуғыш дүрт айға түгел, ә дүрт йылға тиклем һуҙыла...
Илебеҙ пандемия шарттарында ла Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған сараларҙы үткәрергә ҡарар итте. Ошо йәһәттән республикала ла онлайн форматында күп саралар ойошторола.
Республиканың Хәрби Дан музейының сайтында “1941 йылдыү 22 июне” тигән мәҡәләләр донъя күрә, “Хәтер шәме” акцияһы сиктәрендә “Музейҙа шәмдәр тоҡандырыу” видеоролик күрһәтелә, “Бөйөк Ватан һуғышы шулай башланған” темаһына тест ойошторола, “Ҡәлғә – герой “Брест” видеопрезетацияһы үтә.
Музей ойошторған “Ҡаҡшамаҫ рух” виртуаль күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте ҡатнашыусыларына арнала, ә инде “Улар тәүге булып һуғышты ҡаршыланы...” акцияһы Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышлана.
Республиканың Хәрби Дан музейы “Еңеү болото” проектын тәҡдим итә. Ул – 1941 йылдың 22 июненә арналған ссылкалар-инеш һүҙҙәр шәлкеме. Музей сик һаҡсларына арнап, “Батыр – сик һаҡсылары” видео-дәресе лә әҙерләгән.
Әлбиттә, илебеҙ өсөн дүрт йылға һуҙылған ҡанлы һуғыш йылдары, фронт алды һәм тыл тормошо әле лә беҙҙең өсөн асылып бөтмәгән тарих биттәре булып ҡала. Хәбәрһеҙ юғалған һуңғы һалдаттың яҙмышы асыҡланмайынса, беҙ уға һуңғы нөктә ҡуя алмайбыҙ. Ә бит яу яланында ҡалған миллионлаған яугирҙең яҙмышы әле лә билдәһеҙ...