Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
10 Сентябрь 2019, 11:30

Район йылъяҙмаһында үҙенсәлекле көн

Төбәк Башлығын һәм депутаттар һайлау көнөҺәм бына көтөп алған, оҙаҡ һәм ентекле әҙерләнгән көн килеп тә етте. Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау көнө. Тәбиғәт тә кешеләргә бүләк эшләргә ҡарар иткән кеүек, улар тауыш биреп, ауылда, айырыуса көҙөн бихисап эштәрен эшләһен өсөн иртән-иртүк ҡояш нурҙарын һипте, йылы булды. Барлыҡ 33 һайлау участкаһында 7.00 сәғәткә, рәсми асыуға, барыһы ла әҙер ине. Тауыш бирергә килеүселәрҙе урамда уҡ дәртле музыка, һайлау участкаларында - изге күңелле комиссия ағзалары ҡаршыланы.

Теүәл тәғәйенләнгән ваҡытҡа урындағы мәктәп бинаһында урынлашҡан 2841 һанлы Тәтербаш һайлау участкаһы ҡунаҡсыл ишектәрен асты.

- Беҙҙең участкала 276 кеше тауыш бирә, - тип билдәләне участка һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Тимофеева. - Тәүге тапҡыр тауыш биреүсе икәү - уҡыуҙан һуң армияға хеҙмәт итергә барырға саҡырыу ҡағыҙы көткән Данил Тимофеев һәм Стәрлетамаҡ педагогия колледжы студенты Анна Петрова. Улар бер аҙ һуңғараҡ килер, моғайын. Ә әлегә... үҙем һайлайым.

Участка һайлау комиссияһы рәйесе был участкала беренсе булып тауыш бирҙе. Әммә 9.20 сәғәткә тәтербаштар әүҙемлек күрһәтте. Был ваҡытҡа үҙенең гражданлыҡ бурысын 33 кеше үтәгән.

Беҙҙең киләһе туҡталыш пункты 2847 һанлы Тормай һайлау участкаһы булды, унда һайлаусылар исемлегендә 325 кеше. Беҙ килгән мәлдә бюллетенде йәшниккә Стәрлебаш коррекция мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләгән Дамир Ҡунафин төшөрҙө. Беренселәрҙән булып ирле-ҡатынлы Нәзирә һәм Ринат Садиҡовтар килде. 7.20 сәғәткә бында 15 кеше тауыш биргән.

Был көндө участка һайлау комиссияһы ағзалары менән бер рәттән полиция хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ тәртибен һаҡланы. 8 сентябрҙә Тормай ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы полиция капитаны Руслан Мәҡсүтов һәм Өфө ҡалаһынан полиция майоры Азамат Фазулов дежурлыҡ итте. Тәртип һаҡлау өсөн Өфө ҡалаһынан барлығы 26 полиция хеҙмәткәре килгәйне. Әммә, уларҙың ҡатнашлығы талап ителмәне. Беҙ булған һәр ерҙә был көндө тыныс булды.

2848 һанлы Ямғырсы һайлау участкаһында, участка һайлау комиссияһы рәйесе Фәнүзә Тимерғазина һүҙҙәре буйынса, 363 кеше тауыш бирә, шуларҙың өсөһө тәүге тапҡыр.

- Тәүгеләрҙән булып участкаға әсәле-ҡыҙлы Фәүзиә менән Әлфиә Вахитовалар килде, - тине беҙгә Фәнүзә Фаил ҡыҙы. - Һәм был ғәжәп түгел. Фәүзиә апай ғүмер буйына хат ташыусы булып эшләне. Һәм иртән-иртүк тороп бөтә эштәрҙе еренә еткереп башҡарыу ауыл халҡы ҡанына һеңгәндер, моғайын.

Участкала һайлаусыларҙан тыш, 30 кеше, нигеҙҙә, өлкән йәштәгеләр, өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза тапшырған. Уларға участка һайлау комиссия ағзалары төштән һуң барған.

«Стәрлебаш Торлаҡ-коммуналь сервис» МУП бинаһында урынлашҡан 2835 һанлы Комсомол һайлау участкаһы районда иң ҙуры. Бында исемлектә - 1442 кеше. Тауыш бирергә килеүселәрҙе ингән ерҙә участка һайлау комиссияһы ағзаларынан тыш, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡаршыланы. Теләгәндәр улар ярҙамында тауыш бирер алдынан һәм һуңынан үҙенең тән ауырлығын, буйын, ҡан баҫымын үлсәй алды.

Әлеге яңылыҡтан айырыуса ветерандар ҡәнәғәт. Беҙ ҙә был мөмкинлектән файҙаландыҡ. Һәм хәүефләнер өсөн сәбәп булмауына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Бөтә параметрҙар ҙа нормала. Әйткәндәй, бында беренсе булып беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Фирүзә Синәғолова тауыш бирҙе.

Район Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2837 һанлы Фрунзе һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү өсөн ике комплекс (КОИБ - электрон йәшник) - һайлаусылар тауышын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма булды. Илдә улар барлығы биш мең дана иҫәпләнә. КОИБтар тауыштарҙы иҫәпләгәндә бик уңайлы, бер юлы һайлау процесын асығыраҡ күрһәтеп, аныҡ эшләй. Тауыш биреү әүҙем барҙы, кешеләр һайлауға тотош ғаиләләре менән килде, барлығы был участкала 863 кеше тауыш бирҙе, шуларҙың һигеҙе тәүге тапҡыр. Бында улар өсөн, шулай уҡ башҡа участкаларҙа ла, иҫтәлекле бүләктәр - республика һайлау комиссияларынан хаттар һәм смартфон, планшет менән ҡулланыу, йәки график планшетта яҙыу йәки төшөрөү өсөн күп функциялы ручкалар - стилустар тапшырылды.

Район китапханаһы бинаһында урынлашҡан 2836 һанлы Ленин һайлау участкаһы. Бында һайлау көнөндә район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов тауыш бирҙе. Рөстәм Камил улы килеүселәрҙе ошо мөһим ваҡиға менән ҡотлап, барыһына ла иҫәнлек, участка һайлау комиссияһы ағзаларына - уңышлы эш, һайлауҙар тыныс үтеүен, республика тормошона ыңғай үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар килтереүен теләне. Шул ваҡытта унда булған беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ, әлеге участкала һайлаусылар юғары әүҙемлек күрһәтеүен билдәләне, ә бер юлы, форсаттан файҙаланып, район башлығы менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Бер сәғәттән бында концерт менән район Мәҙәниәт йорто агитбригадаһы килде. Үҙешмәкәр артистар йырланы, бейене, ә һайлаусылар ҙур ҡәнәғәтлек менән матур концерт ҡараны. Гөлфизә Хәйруллина, Гөлйөҙөм Сәйепова, Рөстәм Ғәлиев, Венера Ғәлиәкбәрова, Рәйлә Хәбибуллина башҡа һайлау участкаларында ла тауыш биреүселәрҙе сығыштары менән һөйөндөрҙө.

11.00 сәғәттә район Мәҙәниәт йорто алды йәнә йәнләнде. Бында өлкән йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа йыйылды. Тәүгеләре ҡарарға, икенселәре «Йондоҙ менән зарядка» акцияһында ҡатнашыр өсөн килде. Уны яҡташтырыбыҙ: Европа чемпионатының бронза призеры, панкратион буйынса ил чемпионы призеры, ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, грепплинг һәм самбо буйынса Волга буйы федераль округы чемпионы, самбо, ҡатнаш көрәш буйынса спорт мастеры Шамил Йәмилов; ҡатнаш көрәш, грепплинг һәм панкратион буйынса Башҡортостан чемпионы Ян Туҡтамышев, шулай уҡ профессионалдар араһында ҡағиҙәһеҙ көрәш буйынса БДБ чемпоны һәм 2017 йылда Башҡоростан Республикаһының спорт көрәше буйынса иң яҡшы тренеры Руслан Йәнбирҙин үткәрҙе.

... Территориаль һайлау комиссияһы (ТИК) тапшырған мәғлүмәттәр буйынса, 12.00 сәғәткә районда 6008 кеше тауыш биргән, йәки һайлаусыларҙың дөйөм иҫәбенән 38 процент.

15.00 сәғәткә 2829 һанлы Йәлембәт һайлау участкаһында 350 кешенән 227һе (65,7 процент) тауыш биргән. Йәштәр ҙә гражданлыҡ әүҙемлеген күрһәткән. Тәүге тапҡыр тауыш биргән һигеҙ кешенең алтыһы унан иҫтәлекле бүләктәр менән ҡайтып китте. Улар лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыш биреүенә ышанабыҙ.

Был һайлау участкаһына беренсе булып килгән Фәнүрә Исхаҡова өсөн дә иҫтәлекле буласаҡ. Сөнки ул 8 сентябрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләгән. Бюллетенде йәшниккә төшөргәс ул тормош иптәше Шамил менән өйөнә ҡайтырға, ҡунаҡтарға өҫтәл әҙерләргә ашыҡты.

2834 һанлы Баҡый һайлау участкаһында 15.00 сәғәткә 577 кешенең 320һе йәки 57,8 проценты тауыш биргән. Өлкән йәштәге 40 кешегә, участка һайлау комиссияһы ағзалары, уларҙың үтенесе буйынса күсереп йөрөтмәле йәшник менән өйҙәренә барған.

- Барыһы ла һәйбәт бара, - тип ышандырҙы беҙҙе күп йылдар участка һайлау комиссия рәйесе булған Наилә Байтимирова. - Дәртле музыка уйнай, Зилиә Яппарова етәкселегендә урындағы артистар сығыш яһаны, һайлаусылар тауыш бирергә килеүҙәрен дауам итә.

2819 һанлы Айтуған һайлау участкаһында 15.15 сәғәткә 155 һайлаусының 121е (78 процент) гражданлыҡ бурысын үтәгән. Йәғни, айтуғандар юғары әүҙемлек күрһәтте.

- Өйҙәге эштәрҙе яйлап эшләр өсөн күптәре иртән-иртүк килеп тауыш бирҙе, - тип билдәләне участка һайлау комиссияһы рәйесе Фәнил Дияров. - Ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһен һәм концерт ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә һөйөндөрҙө.

14.30 сәғәткә территориаль һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәттәр буйынса районда 56,5 һайлаусы процент тауыш биргән.

17.30 сәғәткә - 74 процент (йәки 11749 кеше). Йәғни, һайлауҙар юғары кимәлдә үтте тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Иртән 9 сентябрҙә, территориаль һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа райондың 15 меңдән ашыу тауыш биреүсе ҡатнашҡан, был һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәр иҫәбенән 84 процент тәшкил итә.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: