Йәш һайлаусылар иҫтәлекле бүләктәр: диплом, БР Конституцияһын, стилус менән күп функциялы ручка (сенсор экран өсөн) аласаҡ. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Тимофеева тәүгеләрҙән булып тауыш биргән. Бер сәғәттә әлеге участка буйынса 33 кеше һайлаған. Ауыл халҡы үҙ тауышын биреп, өйҙәрендә хужалыҡ эштәрен башҡарырға ашыҡты.
2847 һанлы Тормай һайлау участкаһында 7.20 сәғәткә 15 кеше тауыш биргән. Беренселәрҙән булып ғаилә пары Нәзирә һәм Ринат Садиҡовтар килде. 325 тауыш биреүсе араһында икеһенә тәүге тапҡыр һайларға тура киләсәк. Беренсе булып килгән һайлаусылар бишәү ине, өсөһө уҡыу урыны буйынса тауыш биреү өсөн теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы килеп алды.