Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 11:00

Стәрлебаш районы берҙәм һайлау көнөнә ҡушылды

8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7лә Стәрлебаш районының барлыҡ 33 һайлау участкаһы ла асылды.

Һайлаусылар исемлегендә 15814 кеше иҫәпләнә. Һайлау пункттарын асҡан мәлдә законда ҡаралған барлыҡ һайлау ҡағиҙәләре һәм процедуралар үтәлгән.

2825 һанлы Әмир һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып Матросов исемендәге хужалыҡтың алдынғы механизаторы Ришат Сәйфетдинов тауыш биргән. Иршат Ғүмәров та участка асылғандан һуң үҙ тауышын биреүселәр иҫәбендә. Исемлектә барлығы 386 һайлаусы.

Читайте нас: