Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 15:00

Киләләр, тауыш бирәләр һәм аралашалар

Көҙөн хужалыҡ мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, район халҡы мөһим нимә - гражданлыҡ бурысын үтәү тураһында ла онотмай. Шуға күрә, 8 сентябрҙә, стәрлебаштар ышанған һәм лайыҡлыһы тип иҫәпләгән кандидат өсөн үҙ тауышын бирергә һайлау участкаларына килде.

2853 һанлы Косомол участкаһы - иң эре һайлау пункттарының береһе. Уға район үҙәгенең 19 урамы һәм Урман Кордоны ауылы инә. Барлығы бында 1442 һайлаусы. Участканы асыу менән редакция хеҙмәткәре Фирүзә Синәғолова йәшниккә һайлау бюллетенедәрен төшөрҙө. Унан һуң башҡа кешеләр тауыш бирә башланы.
Теләгәндәргә медицина хеҙмәткәрҙәре артериаль баҫымды, буйын һәм ауырлығын үлсәне. Күҙәтеүселәр бар ине, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙы полиция хеҙмәткәрҙәре тәьмин итте, ғәҙәттәгесә, участкала, башҡа ерҙәге кеүек үк, музыка яңырай ине.
Читайте нас: