Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 10:00

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында һайлау йомғаҡтарын иғлан итеү датаһын әйттеләр

Һайлауға яҡынса йомғаҡ 9 сентябрҙә иртән билдәле була. Был турала Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр иттеләр.

«Үҙәк һайлау комиссияһы 10 көн дауамында һайлауға йомғаҡ яһай, яҡынса мәғлүмәттәр 9 сентябрҙә иртән билдәле була», - тине рәйес урынбаҫары Марат Ғәҙелов.
8 сентябрҙә Башҡортостанда 818 һайлау кампанияһы уҙа: Башҡортостан Башлығын һайлау, унда һигеҙ кандидат ҡатнаша; 9-сы Ҡояшлы бер мандатлы һайлау округы (Өфөнөң Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол бер мандатлы һайлау округы буйынса (Нефтекама) алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау - һигеҙ кандидат теркәлгән, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау, уларҙа 7329 депутат мандаты алмаштырыла, төрлө партияларҙан 14978 кандидат теркәлгән.

Читайте нас: