Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 19:00

Һайлау көнөндә йыр-бейеүҙәр

12.00 сәғәткә 2839 һанлы Первомайский һайлау участкаһында тауыш биреүсе 835 кешенең яртыһы тиерлек - 395е гражданлыҡ бурысын үтәне. Участка урта мәктәп бинаһында урынлашҡан. Кемдер йәйәүләп, кемдер машинала, берәрләп һәм тотош ғаиләләре менән килә.

Тап төш ваҡытына ҡарай әлеге һайлау участкаһына агитбригада артистары килгән, улар райондың бер нисә ауыл билмәһендә сығыш яһап өлгөргән дә инде. Гөлйөҙөм Сәйепова, Рөстәм Ғәлиев, Гөлфизә Хәйруллина һәм башҡалар тауыш биреүселәргә сағыу концерт номерҙары, байрамса кәйеф бүләк итте. Һайлауға килгәндәр ижади коллективҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе, уларға ҡушылып йырланы һәм хатта Ҡуянҡай менән бейергә лә төштө.
Читайте нас: