“Беренсе тапҡыр “дебат” тигән һүҙҙе әйткәс, мин, Рәсәй сәйәси йолаларына эйәреп, уларға ваҡытымды әрәм иткем килмәй, тинем. Әммә кешеләр менән даими аралашыу тәжрибәһенән сығып, шундай һығымтаға килдем: аудитория менән бәйләнешкә инеп эшләүе һәм мәғлүмәт алыуы еңелерәк. Хатта улар миңә бик яҡшы мөнәсәбәттә булмаған осраҡта ла. Был ҡатнашыусылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә файҙалы буласаҡ, шуға күрә мин саҡырыуҙы ҡабул итәм һәм дебатта ҡатнашасаҡмын. Дөрөҫөн генә әйткәндә, быны нисек эшләргә икәнлеген бик күҙ алдына килтермәйем, шуға күрә китап һатып алдым. Шәп тиҙәр. Әҙерләнәм. Ә кандидаттар штабы һәм киң мәғлүмәт саралары әлегә ваҡытын һәм көнөн билдәләһен...” – тип яҙа ул.
Әйткәндәй, дебат көнө билдәләнде лә. Ул 5 сентябрҙә, 19.30 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Башҡортостан-24", "Вся Уфа", РБК ТВ, UTV телеканалдарында барасаҡ. Шулай уҡ “Бәйләнештә”, “Ютуб”, “Фейсбук” һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә лә күрһәтеләсәк.