- Марсель Марат улы, һайлауға әҙерлек ҡасан башланыуы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
- Ул йыл башынан бара тиһәк тә була. Шул ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы (ЦИК) һайлауға әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса төрлө яҡтарҙы ла регламентлаған 30ҙан ашыу ҡарар ҡабул итте. Һайлау участкаларын аныҡлау, улар һанын кәметеү, комиссия эшен кадрҙар менән тәьмин итеү, тауыш биреү өсөн биналарҙы әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарылды.
- Һайлау комиссияһы ағзалары алдында ниндәй бурыстар тора?
- Тәү сиратта - был һайлауҙар үткәргән ваҡытта законлылыҡты тәьмин итеү, граждандарҙың һайлау хоҡуғын һаҡлау һәм гарантиялау. Һайлауҙы һәр ойоштороусы һәм һайлау кампанияһында ҡатнашыусы законға ярашлы эш итергә бурыслы. Шул саҡта улар ғәҙел дә, һәм легитим да буласаҡ. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, территориаль-һайлау комиссияһы һәм участка һайлау комиссиялары тап ошоға йүнәлтелгән.
- Һеҙҙең фекерегеҙ буйынса, кем һайлауға етди йоғонто яһай ала?
- Партиялар. Белеүегеҙсә, сәйәси партиялар ғына республика Башлығы вазифаһына кандидаттар күрһәтеү хоҡуғына эйә. Бынан тыш, улар тейешле һайлау фондтары аша үҙ кандидаттарының һайлау кампанияларын 100 процентҡа финансларға хоҡуҡлы.
Бөгөнгө көндә участка һайлау комиссиялары составында бөтә республика буйынса 18 сәйәси партия күрһәтелгән, дөйөм алғанда, был 64% һәм 19 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы ағзаһы. Партия вәкилдәре лә территорииаль һайлау комиссияһында шундай уҡ нисбәттә (657 ағзанан 431ен 17 партия күрһәтә йәки дөйөм күләмдән 65,6%). Шуға күрә һайлауҙар ни тиклем хоҡуҡи йүнәлештә үтәсәге, һайлаусылар өсөн ул ҡыҙыҡлы булырмы тигән һорауға яуап - һайлау комиссияларының сәйәси партиялар менән ышаныслы һәм конструктив мөнәсәбәтәре йүнәлешенә һәм сәйәси партияларҙың үҙҙәренең әүҙемлегенә бәйле.
- Бөгөнгө көндә төбәк Башлығы вазифаһына нисә кандидат теркәлгән?
- Республика Башлығы вазифаһына төрлө сәйәси партияларҙан һигеҙ кандидат дәғүә итә. Икеһенә, төрлө сәбәптәр арҡаһында, теркәүҙән баш тартҡандар. Бер кандидат һайлауҙа ҡатнашыуҙан үҙе баш тартҡан.
- Киң мәғлүмәт сараларында хәбәр итеүҙәренсә, әлеге һайлауҙарҙа яңылыҡтар бармы?
- Эйе. Беренсенән, һайлау ваҡыты ике сәғәткә оҙайтылды. Яңы законға ярашлы, Башҡортостанда һайлау иртәнге 7.00 сәғәттән киске 21.00 сәғәткә тиклем үтәсәк. Беҙҙең бурыс - был турала һайлаусыларға, кандидаттарға, күҙәтеүселәргә күберәк еткереү, участка һайлау комиссиялары эшен тейешле кимәлдә ойоштороу.
Икенсенән, уҡыу йорттары етәкселәре тарафынан көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса белем алыусылар һәм уҡыу урыны буйынса теркәлеүсе (дөйөм ятаҡта) һайлаусылар тураһында мәғлүмәт йыйыу нормаһы бөтөрөлдө.
Өсөнсөнән, хәҙер төбәк һайлауҙарында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт палаталарынан күҙәтеүселәр эшләйәсәк. Улар йәмәғәт күҙәтеүселәрҙе формалаштырасаҡ, ә беҙҙең бурыс - уларға күҙәтеүгә әҙерләнеүҙә булышлыҡ итеү.
Дүртенсенән, хәҙер һайлауҙа бинала һайлау мөмкинлеген (өйҙә тауыш биреү) юҡҡа сығарыусы РФ Енәйәт-процессуаль кодексына ярашлы, хөкөм сараһы сығарылған һайлаусыларға ҡарата һайлау өсөн бинанан тыш һайлау мөмкинлегенә эйә.
Бишенсенән, КОИБтарҙы ҡулланғанда тауыштарҙы ҡулдан һанау нормаһы юҡҡа сығарылды.
- 12 июлдә ауыл биләмәләре Советтарына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы күрһәтеү тамамланды. Беҙҙең районда уның һөҙөмтәләре ниндәй?
- Беҙҙә 129 депутатлыҡ мандат алмаштырыласаҡ. Күрһәтелгән кандидаттарҙың дөйөм күләме 274 кеше тәшкил итте. Уларҙан үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүселәр - 120, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан - 129, ЛДПР - 5, «Рәсәй Патриоттары» партияһынан - 3, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән - 5, «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы»нан - 10, «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы»нан - 1, «Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн сәйәси партияһы»нан - 1. Бөтәһе 274 кандидат та теркәлгән.
- Һеҙҙең ҡарашҡа һайлауҙар уңышлы үтһен өсөн тағы ла нимә иң мөһиме булып тора?
- Әлбиттә, һайлаусыларҙың һайлауға килеүе. Иң мөһиме, икенсе тур булмаһын өсөн яҡташтарыбыҙ әлеге сараның ни тиклем мөһим булыуын аңлаһын, һайлауға берҙәм килһен һәм республика Башлығы вазифаһына лайыҡлы кандидаттар һәм урындағы депутаттар өсөн тауыш бирһен. Сөнки был өҫтәмә сығымдар.
Эйе. Сентябрь - баҡса һәм башҡа эштәр өсөн ҡыҙыу осор. Әммә төбәк етәксеһен һайлау ҙа мөһим эштәрҙең береһе булып тора. Киләһе биш йылда республикаға кем етәкселек итеүенә бик күп нимә бәйле. Айырым алғанда һәр кемдең, шулай уҡ дөйөм алғанда республиканың да яҙмышы һәм именлеге бәйле. Шуға күрә, хөрмәтле яҡташтар, һеҙҙе буласаҡ һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ул барыбыҙ өсөн дә мөһим.
Шулай уҡ 19 августан 26 авгусҡа тиклем һәм 29 августан 5 сентябргә тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары үҙ участкаларында өй һайын йөрөп, һайлауға саҡырыу ҡағыҙы таратасаҡ. Улар - һайлауҙар үткәреү датаһын, һайлау участкаһы ниндәй адрес буйынса урынлашыуын, уның эш сәғәттәрен хәтергә төшөрәсәк. Сөнки һәр һайлаусының тауышы мөһим.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Марсель Марат улы. Һеҙгә һәм командағыҙға 2019 йылғы һайлауҙа уңыштар һәм һөҙөмтәле эш теләйбеҙ!