Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2018
19 Июль 2019, 14:08

Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы секретарының йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү процедураһын башлау тураһында белдереүе

2008 йылдың 10 июнендәге «Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм ошондай урындарҙағы кешеләргә ярҙам күрһәтеү тураһында»ғы 76-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, 2019 йылдың 19 июленән Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү процедураһы башлана тип хәбәр итәм.

Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, төбәк йәмәғәт берекмәләренә Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт берекмәләренә йәмәғәт күҙәтеү составына кандидатуралар күрһәтеүҙә ҡатнашырға һәм 60 көн эсендә Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы секретары В.А.Фадеев исеменә юғарыла әйтелгән федераль законда билдәләнгән документтарҙы һәм тейешле ғаризаны ебәрергә тәҡдим итәм.

Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә йәмәғәт күҙәтеү комиссияларын ойоштороу тәртибе тураһындағы мәғлүмәт һәм йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалығына кандидаттар күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр Йәмәғәт палатаһы сайтында (www.opгf.ru) урынлаштырылған.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (495) 221-83-63, һуңынан 2152 һандарын өҫтәргә.

В.ФАДЕЕВ,

Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы секретары.
Читайте нас: