«Бөгөн төбәктә Башҡортостан Республикаһы юғары закон сығарыу органы — Ҡоролтай депутаттарын һайлайҙар. Яңы саҡырылыш составы һайлаусыларҙан тора. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын, республика мәнфәғәтен кем яҡлаясағын, яңы үҙгәрештәргә кем йүнәлеш бирәсәген хәл итә ала. Был мөмкинлекте лайыҡлы сәйәсмәндәргә бирергә кәрәк, һәм беҙ — һайлаусылар быны эшләй алабыҙ», — тине парламентарий.
Депутат тәүге тапҡыр 18 йәшендә тауыш биреүе хаҡында һөйләне. Был IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлаған ваҡытта була. Шул ваҡыттан алып Инга Юмашева урындағы һәм федераль әһәмиәттәге һайлауҙарҙа даими ҡатнаша.
«Минең һәр саҡ, һайлау – ябай граждандарҙың илдәге сәйәси хәлгә йоғонто яһауҙың мөһим ҡоралы, тигән аныҡ ҡарашым бар. Конституцияла беркетелгән ошо хоҡуҡтан файҙаланмау, тимәк, тыуған төйәгеңдең киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү. Мин бер ваҡытта ла бындай позицияны яҡламаным», — тине депутат. "Башинформ".