Ҡала округтары араһында ҡатнашыусылар һаны 23,35 процент тәшкил итә, иң әүҙеме Күмертау – 41,53%, Сибай ҡалаһында – 34,63%. Өфөлә һайлау участкаларына халыҡтың 16,27% килде.
Өфөлә йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү өсөн ғариза биргән һайлаусылар әүҙем тауыш бирә – 10 684 һайлаусы. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Мәғлүмәт үҙәгенең оператив мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙгө 3-кә ошондай 20 556 һайлаусы тауыш бирҙе. "Башинформ".