Үҙәк һайлау комиссияһында белдереүҙәренсә, Бөрйән, Ейәнсура, Салауат райондары әүҙемлек күрһәтте.
«Дөйөм алғанда, һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышына ҡарағанда аҙыраҡ, — тине Марат Ғәҙилов. — Был һайлауҙа Өфөлә Октябрьский һәм Орджоникидзе райондары әүҙем булды. Ҡалалар араһында — Күмертау һәм Сибай».
Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау бара. Республика халҡы закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана."Башинформ".