Әйтергә кәрәк, тырыш фермерҙар ауыл хужалығы продукттарын етештереүгә тос өлөш индерә. Күрше Фёдоровка районы фермерҙары күптәргә өлгө күрһәтә.
Батыр ауылынан Илһам Аҡсуриндың фермер хужалығы ике йүнәлештә үҫешә. 900-ан ашыу гектар майҙанда ужым һәм яҙғы арыш, арпа, һоло, кәрешкә- һоло үҫтерелә, көнбағыш һәм гәрсис сәселгән баҫыуҙары ла бар. Илһам Шакир улы шулай уҡ ит малсылығы менән дә шөғөлләнә, лимузиндар үҫтерә. Фермала 100 һауын һыйыры һәм 130 баш таналар, 20 ат аҫрала. Быйыл фермер бойҙай уңышынан бик ҡәнәғәт, гектарынан 21 центнер килеп сыҡҡан, көнбағыш та күңелде ҡыуандырырлыҡ- гектарынан 22,5 центнер. Малсылыҡта тәүлегенә уртаса артым 1000 грамғаса еткән.
Заманса ауыл хужалығы техникаһын ҡулланыуы, сәсеү майҙандарын рациональ файҙаланыу арҡаһында ул юғары уңыштарға ирешә. Яңы сорт культуралар индерә, сифатлы орлоҡ сәсә, минераль ашламалар индерә, сәсеү һәм ураҡ эштәрен ваҡытында үткәрә. Шулай, мәҫәлән, быйыл яҙ фермер баҫыуҙарының береһенә “Урал-2” яңы сортлы һоло сәсеп, яҡшы уңыш алған.
-Ике тоҡтан бер баҫыу үҫте,- ти фермер.
Яҡшы эше һәм ауыл хужалығына тос өлөш индереүе өсөн Илһам Аҡсурин район етәкселегенең, республика Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән күп тапҡырҙар бүләкләнде. Ул “БР Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” почетлы исеменә лайыҡ. Быйыл “Райондың иң яҡшы фермеры” булды.