Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Ноябрь 2019, 11:00

Малдар уларҙың ышаныслы һағы аҫтында

Билдәле булыуынса, ветеринарҙың эшендә иң мөһиме профилактика. Район ауылдарында әлеге ваҡытта йорт хайуандарын вакцинациялау бара. Райветстанция белгестәре йорт һайын йөрөп, себер түләмәһе, эмфизематоз карбункул (эмкар) ауырыуҙарына ҡаршы вакцинация яһай, шул уҡ ваҡытта бруцеллез һәм лейкозды тикшереүгә ҡан ала.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа барлығы 11 мең баш эре һәм 5156 баш ваҡ, 350 баш йылҡы малын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарҙа һәм йәмәғәт секторында - 7559 баш эре, 510 баш ваҡ һәм 430 баш йылҡыны вакциналарға кәрәк.
Вакцина тулы күләмдә бар. Юғарыла атап үтелгән процедураларҙан тыш, ветеринарҙар тарафынан йәш малды биркалау һәм чиплау алып барыла. Күпселек ауылдарҙа вакцинациялау буйынса эш тамамланған. Уҙған йома көндө ветеринарҙар Күндерәк ауылында булды. 3-4 кешенән торған өс бригада шунда уҡ эшкә тотондо.
Беренсе командала Салауат Насиров, Владимир Сидоров, Рәйсә Маннапова (һүрәттә) эшләне. Беҙ килгән мәлдә улар йорттарҙың береһендә процедура үткәрә ине. Ул бер нисә минут бара - береһе прививка эшләй, икенсеһе ҡан ала, өсөнсөһө - документта билдә яһап, бер үк ваҡытта вакцинацияның кәрәклеге тураһында хужалар менән һөйләшә.
- Бөгөн был адрес - иҫәп буйынса алтынсыһы. Ҡайһы бер хужалар өйҙә булманы, күптәр эштә. Ул йорттарға һуңынан тағы килеп китербеҙ, - ти Рәйсә Әхәт ҡыҙы.
Илдар Шәрәфетдинов, Миңлевәли Псәнчин, Камил Исхаҡовтарҙан торған икенсе төркөм күрше урамда эшләне.
Ветеринар хеҙмәткәрҙәр малдарҙың ғына түгел, кешеләрҙең дә сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күрә. Сөнки кеше сирле хайуандарҙан ит, һөт ҡулланғанда ауырыу йоҡтороуы ихтимал. Шуға күрә, «Айболиттар»ҙың ниндәй мөһим эш алып барыуын һәр кем аңларға тейеш. Бындай планлы ветеринар-профилактик саралар йылына ике тапҡыр - яҙын һәм көҙөн үткәрелә. Улар ярҙамында малдарҙың сирҙәрен ваҡытында асыҡларға, йәиһә иҫкәртергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡанды лабораторияла тикшереү ярҙамында лейкоз кеүек сирҙәр асыҡлана. Әгәр ҡабаттан тикшергәндән һуң сир дәлилләнһә, сирле малды һуйырға кәрәк.
Шәхси секторҙарҙың береһендә ветеринарҙар Фаил Рәжәпов, Шәрифйән Шаматов, Илнур Дәүләтшин, Фәнүр Баһауетдиновтарҙы эш өҫтөндә осраттыҡ. Уларҙың ҡулдары аша йөҙҙәрсә мал үткән инде. «Коллегаларым эштәрен бик яҡшы башҡара, прививка яһап ҡына ҡалмай, малдарҙың сәләмәтлегенә бәйле кәңәштәр һәм хужаларҙың һорауҙарына яуап бирә», - тип маҡтаны белгестәрҙе райветстанция начальнигы Азат Әхмәрова.

Читайте нас: