Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 677 мең тонна тулайым яҙғы һәм ужым культуралары һуғып алынған, уртаса төшөм гектарынан 20,2 центнер тәшкил итә.
Урып-йыйыуҙа ейәнсураларға тиңләшеүсе юҡ – бында барлыҡ майҙандың 37 проценты урылған. Ә тулайым һуғып алыуҙа Стәрлетамаҡ игенселәре иң алда бара. Улар бураларға 44,7 мең тонна ашлыҡ һалған. Иң юғары төшөм Саҡмағошта – уңыш гектарынан 37 центнер тәшкил итә.