Ураҡ 150 гектар майҙан биләгән арпа баҫыуында бара ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: алтын төҫөндәге баҫыуҙа, диңгеҙҙәге караптар кеүек, бер-бер артлы комбайндар гиҙә, ә өлгөргән туҡ башаҡтар, гәрәбәләй, баштарын эйгән. Комбайн бункеры ашлыҡ менән тулғандан һуң ул автомашина кузовына ҡәҙерләп бушатыла. Иҫ киткес матур күренеш! Бында уңыш өсөн ысын көрәш бара. Барлыҡ коллектив та көндәр һәйбәт торғанда игенде тиҙерәк йыйып алыр өсөн берҙәм һәм татыу эшләй. Сөнки ҡояшлы көндөң тиҙ арала үҙгәреүе мөмкин.
- 12 авгусҡа ҡарата бөртөклөләр 1610 гектар майҙанда урып-йыйылды, 1800 гектарҙа урып-йыйырға ғына ҡалды. Әйткәндәй - беҙ ураҡ эштәренең яртыһын тамамланыҡ. Әлеге мәлдә 26177 центнер иген һуғып алдыҡ, - тип һөйләй беҙгә урып-йыйыу барышы тураһында хужалыҡтың баш агрономы Вафир Ҡорбанғәлиев. - Быйыл мул уңышҡа иҫәп тотоп булмай. Әммә, айырым участкаларҙа уңыш һәйбәт. Гектарынан уртаса 16,26 центнер алабыҙ. Әҙерәк, әлбиттә. Ҡоролоҡ йоғонтоһо һиҙелә.
Шуға ҡарамаҫтан, эш яйға һалынған, иген киптереү агрегаттары тулы көскә эшләй, складтар яңы уңыш менән тула.
Беҙ агроном менән әңгәмәләшкәндә баҫыу ситенә комбайн килеп туҡтаны. Кабинала ике кеше - штурвалсы Рәил Иҫәнбәтов һәм комбайнсы Айнур Юнысов (һүрәттә). Улар 8000 центнер иген һуғып алған ураҡ алдынғылары.
- Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ штурвалсы булып эшләнем, - ти Рәил. - Ул ваҡытта беҙ ике миҙгел Дон-1500, һуңғы өс йылда яңы «Палессе» комбайнында эшләнек.
Егет быйыл техникум тамамлап, электрсы һөнәренә эйә булған. Ниәте - белгеслеге буйынса эшкә урынлашыу, әммә был һуңғараҡ, әлегә иң мөһиме - ураҡты тамамлау.
Икенсе комбайнсы Йәдкәр Чербаев һәм уның ярҙамсыһы Рәдис Усмановтың (уларға яңы «Акросс-500» комбайны ышанып тапшырылған) күрһәткестәре 6000 центнерҙан ашып киткән. Тәжрибәле ер хеҙмәтсәндәренең береһе - Ришат Йәминев 6000 центнер тирәһе иген һуҡтырған. Водителдәр араһында КамАЗда Фәнүр Сәйфетдинов (12500 центнер) һәм ЗИЛда Булат Баймөхәмәтов (6200 центнер) баҫыуҙан ырҙын табағына иң күп иген ташыған.
Юғарыла атап үткәндәрҙән тыш, урып-йыйыуҙа тағы ла ике Дон-1500 комбайны эшкә йәлеп ителгән, уларға Нәзир Кинйәбулатов һәм Айнур Садиҡов идара итә. Уларҙың барыһы ла иртә таңдан ҡараңғы төнгәсә ал-ял белмәй, шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә тырышып эшләй. Улар өсөн ҡайнар туҡландырыу ойошторолған. Техника ватылған осраҡта инженер тиҙ арала кәрәкле деталде баҫыуға килтерә. Янғын хәүефһеҙлеге лә ҡаралған - баҫыуҙа цистернаһы һыу менән тултырылған трактор тора. Ырҙын табағына ҡабул иткән игенде Рәмилә Ишморатова менән Әлмира Ғәлиева алмашлап иҫәпләй.
Баҫыу эшсәндәре өсөн матди ҡыҙыҡһыныу ҙа бар. Һәйбәт эшләһәң, юғары эш хаҡы ла алаһың. Уларға һәйбәт премиялар ҡаралған, ә эшләр өсөн стимул булһа, тейешле һөҙөмтә лә буласаҡ.
Урып-йыйыуҙан тыш, хужалыҡта башҡа эштәр ҙә алып барыла. 36310 центнер сенаж һалынған. Һуңғараҡ силос әҙерләүгә тотонасаҡтар. Быйыл кукуруз кеше буйынан да бейек булып үҫкән! Мал аҙығы етерлек буласаҡ. Ошо көндәрҙә ужым культураларын сәсергә планлаштыралар. 400 гектар майҙанды ужым бойҙайы, 700 гектарҙы - ужым арышы биләйәсәк. Артабан үрсетеү маҡсатында 30 гектар майҙанда ужым арышының «Сулпан-7» супер элита орлоғон сәсергә ниәтләйҙәр.
Билдәле механизаторҙар Миңнулла Вилданов менән Сәмерхан Иҫәнбәтовр ерҙе туңға һөрәләр. Ошо аҙна башына был эш 250 гектарҙа башҡарылған.
Вафир Ҡорбанғәлиев әйтеүенсә, урып-йыйыу эштәре әлеге баҫыуҙа тамамланғандан һуң, игенселәр икенсе арпа баҫыуына күсәсәк. Һуңынан, бойҙай өлгөргәнсе, улар бер аҙ ял итеп ала. Ә әлегә баҫыуҙа эш ҡайнай.
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.