Хәүефле сир әкренләп булһа ла сигенә. Шуға күрә ковид-госпиталдәр булдырылған дауалау учреждениелары ла профиль буйынса ғәҙәти эш режимына күсә. Баш ҡалала план буйынса дауаланған сирлеләр өсөн 8-се ҡала клиник дауаханаһының «ҡыҙыл зона»һы бушатыла. Учреждениенан ике аҙна элек һуңғы пациент һауығып сыға. Коридор, тәҙрәләр һәм палаталар тулыһынса дезинфекцияла, урыны менән ремонт эштәре лә башҡарыла.