Был сир ир-егеттәр араһында йышыраҡ теркәлә, ти республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш фтизиатры Миңленур Азаматова.
1993 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы туберкулез ауырыуын милли фажиғә, ә 24 мартты туберкулез менән көрәш көнө тип иғлан итте. Йыл һайын планетала 8 миллион самаһы кеше ошо сирҙе йоҡтора.
Яңылыҡтарҙан. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.