Ошо уңайҙан ауылыбыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында үҙемдең ҡайһы бер фекерҙәремде һеҙгә лә еткергем килә. Йәшергән ауылынан Нәжиә Ғәниева һәм Нәфисә Ильясова (һүрәттә) ауылдаштарының һаулығы хаҡына бар көстәрен биреп эшләй. Уларға көн дә, төн дә юҡ, ел-дауыл, ҡар-буран тип тормайҙар. Тәбиғәттең ниндәй генә көйһөҙ көнө булмаһын, улар үҙҙәрен дүрт күҙ менән көтөп тороусы ауырыуға ярҙам итергә ашығалар.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, Нәжиә менән Нәфисә бөтә кешелә лә була алмай торған бик матур сифатҡа эйә. Ауырыуҙар менән яҡшы мөнәсәбәт, йылы һүҙ, эскерһеҙ аралашыу, һауығыуға ышаныс уятып дауалай белә улар. Барыһын да ныҡлап һорашҡандан һуң ғына улар ауырыуға кәрәкле дарыуҙарҙы, уколдарҙы тәҡдим итә. Бындай медицина хеҙмәткәрҙәребеҙ булыуына шатланабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Уларға фиҙаҡәр эштәре өсөн ауылдаштарым исеменән оло рәхмәтемде еткергем килә. Беҙгә күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә, ғаиләләренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.