Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Ғинуар 2021, 00:20

“СПУТНИКV” ҺӘМ “СПУТНИК ЛАЙТ”. ҠАЙҺЫҺЫН ҠАҘАТЫРҒА?

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Спутник Лайт” вакцинаһын һынарға рөхсәт бирҙе.

Яңы препарат “Спутник V” вакцинаһынан нимәһе менән айырыла? Табип-иммунолог Владислав Жемчугов Sputnik радиоһына биргән интервьюһында быға яуап ҡайтарған.
- Ике компонентлы “СпутникV” вакцинаһынан айырмалы рәүештә, яңы “Спутник Лайт” прививкаһын яһатыу өсөн бер укол да етә. Был иммунитеттың билдәле бер кимәле өсөн етерлек буласаҡ,- ти табип. - Яңы вакцинаның һаҡлау үҙенсәлектәрен баһалау өсөн клиник тикшеренеүҙәр үткәрергә тура киләсәк. Шуныһы билдәле, был препарат “СпутникV” вакцинаһынан тәьҫирлерәк булмаясаҡ. Тикшереүҙәр тураһында отчеттар бер тапҡыр яһалыусы вакцинанан кешеләрҙең аҙыраҡ сирләүен йәки еңелерәк ауырыуын күрһәтһә, һәр кем үҙе өсөн уның файҙаһын баһалай аласаҡ.
“Спутник Лайт” вакцинаһын һынау 2020 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итте. Унда 150 ирекмән ҡатнашты.
Фото: ТАСС.
Дина Арсланова
Читайте нас: