Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тажлы зәхмәт ҡорбандары рәтен киңәйтеүен дауам итә. Шуға ла һаҡ булырға, байрамдар осоронда санитар -эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ! Беҙҙең именлек - беҙҙең ҡулда!
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иһә коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 165 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 20 242-гә етте. Һауыҡҡандар – 15 335 (һуңғы тәүлектә 41 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 152. Республика стационарҙарында – 705 (шул иҫәптән 48 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4050 кеше дауалана.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, дуҫтар!!