Табылды ауылы халҡы яңы йылды хәрәкәттән башлайыҡ тип 2021 йылдың тәүге кисендә скандинав йөрөргә тип урамға сыҡты.Әйтергә кәрәк, спорт был төрөн байтаҡ кеше үҙ итә икән. Саф һауала йөрөп, улар аралашып, киске ял минуттарын күңелле үткәрҙе.
Скандинав йөрөүе - артыҡ ауырлыҡты ташлау, ҡанды йүгертеү, ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн яҡшы ысул. Бынан тыш, ул йөрәк мускулдарын нығыта, кәйефте, йоҡоно яҡшырта, эмоциональ көсөргәнеште бөтөрә.