Никотин иң таралған һәм тыйылмаған наркотиктарҙың береһе һанала. Тәмәке тарта башлаған кешенең бойондороҡлолоғо тиҙ барлыҡҡа килә һәм унан дауаланыуы бик ауыр. Арабыҙҙа был насар ғәҙәткә еңел-елпе, зарарһыҙ тип ҡараусылар ҙа юҡ түгел.
Тәмәке тартыу кеүек сәләмәтлеккә ҙур зыян килтереүсе яман ғәҙәт – наркотиктарға бәйлелеккә тиң ҡурҡыныс менән янағанлыҡтан, уны ташлауҙың баһаһы сикһеҙ. Донъяның барлыҡ илдәре менән сағыштырғанда тәмәкене иң күбе Рәсәйҙә ҡулланалар.
Сәләмәтлеккә генә түгел, әйләнә-тирәләгеләргә лә зыян килтереүсе күренеш һәр кемде уйландырырға, һағайтырға тейеш.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәмәке ғүмерҙе 5-20 йылға ҡыҫҡарта. Һуңғы йылдарҙа гүзәл заттар араһында тәмәке тартыусылар күбәйеүе айырыуса хәүеф тыуҙыра. Тартҡан ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе түлһеҙ була, кейәүгә сыҡҡас, буйға уҙа алмай ғазаплана. Йөккә уҙған хәлдә лә, баланың төшөү ҡурҡынысы юғары була. Тартҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙа менопауза ла иртә башлана. Был тәмәке тартыуҙың йомортҡалыҡтарға кире йоғонтоһо хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың байтағы тәмәке тартыуҙы элеккесә ир-егеттәр проблемаһы тип ҡарай һәм яңылыша. Сөнки эксперттар күптән инде тартыусы ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар һаны тигеҙләшкән тип иҫбатлай.
Тәмәкенең ни тиклем зыянлы икәнлеген белә тороп та, тәмәке компаниялары йылдан-йыл үҙҙәренең ҡулланыусыларын үҫмерҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә арттырырға тырыша. Тәмәке сығарыусыларҙың йәшерен реклама буйынса эшләүе үҙҙәре өсөн бик ҡулай. Мәҫәлән, етештереүселәрҙең «Беҙ ун һигеҙе тулмағандарға тәмәке һатмайбыҙ», «Тартыу оло кешенең ихтыярында» тигәнерәк «өгөт-саҡырыуҙары» «Үҙеңде ҙур, үҙ аллы кеше итеп хис иткең килһә – тарт!» тигән һымағыраҡ яңғырай.
Һәр сигаретта йөрәк тибешен йышайтыусы һәм ҡан баҫымын күтәреүсе никотин бар. Никотин үпкәгә йәбешеп ҡала. Тештәрҙә һәм бармаҡтарҙа таптар барлыҡҡа килтерә. Тәмәке составындағы 40 мең химик матдәнең күпселеге - ағыу. Уларҙың ҡырҡтан ашыуы яман шеш ауырыуын тыуҙыра. Тартҡан кешегә йөрәк өйәнәге ҡурҡынысы - икеләтә, үпкәлә яман шеш барлыҡҡа килеү – ун мәртәбә, хроник бронхитҡа һабышыу бер нисә тапҡырға йышыраҡ янай. Һәр сигаретта булған 15-кә яҡын канцероген матдә көнөнә бер ҡап тәмәке тартыусының үпкәһенә йыл дауамында бер литр ыҫмала ултырта. Бер сигарет тартыусының ғүмерен һигеҙ минутҡа ҡыҫҡарта. Никотинға бәйлелектең физик яҡтан ғына түгел, психологик яҡлап та барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тәмәке төтөнөнөң зарарлы йоғонтоһонан физик күнекмәләр ҙә арындыра алмай.
Һуңғы йылдарҙа тәмәкегә ҡарата сикләү индерелә башлауы күңелде бер аҙ йылыта, әлбиттә. Әйтәйек, телевизорҙан, реклама щиттарынан, транспортта тәмәке рекламаһы юғалды тиерлек. Үтәлһә-үтәлмәһә лә, махсус урындарҙа ғына көйрәтеү рөхсәт ителә, елләтеү ҡорамалдары булмаған ябыҡ биналарҙа тартыу тыйыла. Әммә ҡайҙа ғына тороп тартһаң да, һауа барыбыҙ өсөн дә уртаҡ. Барыбыҙ ҙа бер һауаны һулайбыҙ. Үкенескә күрә, тәмәкесе урамда тартыуҙы бер ни тип тә күрмәй. Ул үҙе менән бер рәттән һине лә ағыулауын дауам итә. Ял итеү урындарында ла, урамда ла, туҡталышта ла...
Тѳтѳн һурыусыларҙы ике тѳркѳмгә бүлеп ҡарарға мѳмкин. Физиологик һәм психик бойондороҡлолоҡ була. Беренселәренә тәмәкенән баш тартыу үтә ауырға тура килә. Бында, әлбиттә, кешенең үҙенән, уның үҙ-үҙен кѳйләүенән тора. Насар ғәҙәттән арынырға теләүселәр мотлаҡ табипҡа мѳрәжәғәт итергә тейеш.