Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Ғинуар 2021, 02:00

Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло

Һыуыҡтар башланыу менән бергә «традицион» миҙгелле сирҙәр - киҫкен респиратор вируслы инфекциялар (ОРВИ) башлана. Быйыл районда әлеге сир декабрь айының икенсе ярһытында күпләп таралды. Уҙған йылдың һуңғы аҙнаһында киҫкен респиратор вируслы инфекция билдәләре менән дауаханаға 190, каникул ваҡытында 183 кеше мөрәжәғәт итте. (Грипп вирусы менән сирләү бары тик ике кешелә генә раҫланды (А грипы). Әлеге ваҡытта сирҙең бер аҙ кәмеүе күҙәтелә, әммә был хәүеф янамай тигәнде аңлатмай.
Барлыҡ киҫкен респиратор вируслы инфекция сирҙәрен таратыусы булып сирле кеше йәки вирус йөрөтөүсе тора. Вирус күскәндән һуң, организмда ҡыҫҡа инкубацион осор башланып, 12-48 сәғәт үтә.
Артабан грипп ваҡытында температура 38-40 градусҡа күтәрелә, кешенең башы, күҙ алмалары, быуындары ауырта, ул уҡшый башлай. Сирҙең икенсе һәм өсөнсө тәүлегендә генә ауырыу ҡоро йүткерә башлай, тымау барлыҡҡа килә. Ауырыған ваҡытта кеше ярҙамға мохтаж: ул хәлһеҙлектән, баш ауыртыуҙан, ҡалтыраныуҙан яфа сигә. Ауыр осраҡтарҙа танау ҡанауы, ҡоҫоу, аң юғалтыу кеүек билдәләр ҙә булыуы мөмкин. Сирҙең киҫкен осоро 3-7 көн дауам итә.
Ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеү һәм сирлене мөмкин тиклем иртәрәк дауалай башлау (ауырый башлағас тәүге 48 сәғәт) өҙлөгөүҙәргә (бронхит, пеновмония, отит, менингит) юл ҡуймаясаҡ. Айырыуса ул балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн хәүефле.
Киҫкен респиратор вируслы инфекцияны киҫәтеү үҙенсәлегенә вакцинациялау инә. Ул бөтә донъя буйынса грипҡа ҡаршы әйҙәүсе ысул булып тора. Организмдың сыҙамлылығын арттырыу өсөн А, С һәм В витаминдары, элеутерококк экстракты, аралия, женьшень төнәтмәләре эсергә мөмкин.
Шулай уҡ бүлмәләрҙе елләтеү, еүеш сепрәк менән туҙан һөртөү, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү зарур. Сир көсәйгән ваҡытта киң күләмле сараларға, магазин, кинотеатр кеүек халыҡ күмәк йыйылған урындарға һирәгерәк йөрөргә тырышығыҙ. Тын юлдарын һаҡлай торған битлектәр кейергә уңайһыҙланмағыҙ.
Әгәр ҙә киҙеү сирҙәренә оҡшаш симптомдар тойһағыҙ, һеҙ тирә-яҡтағылар өсөн зарарланыу сығанағына әүереләһегеҙ. Башҡаларға ла йоҡтормау сараһын күрегеҙ – өйгә врач саҡыртып, ул билдәләгәнсә бер нисә көн ятып дауаланығыҙ. Сәләмәт булайыҡ!

Читайте нас