Редакцияға Стәрлебаш ауылында йәшәүсе ханым шылтыратып, ниндәй осраҡта «Ашығыс ярҙам»дың саҡырыуға килеү-килмәүен аңлатыуҙы һораны.
Был проблема көнүҙәк һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра икән тигән фекергә килгәс, беҙ Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының медицина буйынса баш табип урынбаҫары Р.И.Латипованың ошо һорауға яуап биреүен үтендек.
«Ашығыс ярҙам»ды саҡырыу менән уның килмәүе мөмкин түгел. Сөнки уның хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙең күп осраҡта сәбәпһеҙгә «Ашығыс ярҙам»ды саҡыртмауын башҡаларға ҡарағанда яҡшы аңлай. Һәм уның ваҡытында килеп етеүе кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыуға бәйле. Әгәр бригада буш икән, ул кисекмәҫтән саҡырыуға бара. Әммә ҡайһы саҡ бер юлы бер нисә саҡырыу була һәм телефонда ултырған шәфҡәт туташы тәү сиратта кемгә ярҙам кәрәклеген хәл итә.
Саҡырыуҙың ашығыс һәм кисектергеһеҙ булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Ашығыс - ул бала тыуҙырыу, авариялар, ҡан ағыу, аңды юғалтыу, йөрәк өйәнәге һ.б., йәғни пациенттың ғүмеренә хәүеф янаған сирҙәр һәм уны ҡотҡарыуға минуттар иҫәпле булған сирҙәр һәм хәлдәр. Был осраҡта «Ашығыс ярҙам» тиҙ арала саҡырыуға бара.
Кисектергеһеҙ саҡырыуға ҡапыл сирләү, кеше ғүмеренә хәүеф янамаған хроник сирҙәрҙең көсәйеүе инә. Был осраҡта, бригада саҡырыуҙа булһа, дежур шәфҡәт туташы телефон аша кәңәштәр бирә. Мәҫәлән, участка табибы йәки фельдшер килгәнгә тиклем температураны нисек төшөрөргә һәм ҡабаттан фельдшер йәки педиатрҙы (әгәр бала сирләһә) өйгә саҡыртырға кәңәш итә. Был осраҡта парацетамол ярҙамында (ул һәр өй аптечкаһында булырға тейеш) йәки уксус иретмәһе (4%) менән тәнде ыуып температураны үҙаллы төшөрөргә кәрәк. Температура юғары булғанда сирлене төрөргә ярамай.
Эш көндәрендә һәм эш сәғәттәрендә «Ашығыс ярҙам» саҡырыуҙарын поликлиниканың кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты фельдшеры хеҙмәтләндерә. «Ашығыс ярҙам» саҡырыуҙы ҡабул иткәндән һуң, кисектергеһеҙ ярҙам кабинетына тапшыра. Кәрәк булһа, кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты фельдшеры сирлегә медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң, артабан дауалау мәсьәләһен (стационарға һалыу йәки амбулатор дауалау) хәл итеү өсөн участка табибына (педиатрға, терапевҡа) тапшыра.
Саҡырыу алғандан һуң терапевт йәки педиатр (һеҙ уларҙы белергә тейеш) һеҙгә мотлаҡ киләсәк. Әммә... табиптар поликлиникала ҡабул итеү үткәргәндә һеҙгә эш көнө дауамында көтөргә тура киләсәк. Әгәр һеҙҙең саҡырыу кисектергеһеҙ булһа, ә һеҙ сирлене тиҙ арала тикшереүҙәрен теләйһегеҙ икән, уны үҙегеҙ дауаханаға килтерергә тырышығыҙ.
Ауырыуҙы нисек дауаларға табип ҡына хәл итә. Юғары температураһы булған һәр кемде беҙ дауаханаға һала алмайбыҙ. Өҙлөгөүҙәр булған кешеләрҙе генә дауаханаға килтерәбеҙ. Өйҙә ҡалғандарҙың температураһын төшөрөр йәки ауыртыуын баҫыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Артабан табип ҡушҡан кәңәштәрҙе һәм яҙған рекомендацияларҙы үтәргә кәрәк. Ғинуарҙың тәүге ун көнөндә беҙгә сирлеләрҙән 39 градус һәм унан юғарыраҡ температура менән 200гә яҡын тирәһе саҡырыу булды. Әммә был ауырыуҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу тигәнде аңлатмай. «Ашығыс ярҙам» барлыҡ саҡырыуҙарға ла бара һәм беҙҙең персонал сирлеләрҙең хәлен еңеләйтер өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Барыһы ла - табиптар, шәфҡәт туташтары, лаборанттар, санитаркалар ҙа тырыша. Хатта айырым сирлеләр йәки уларҙың яҡындары яғынан (күп осраҡта) әйтелгән тупаҫ һүҙҙәргә ҡарамаҫтан.
Кеше ауыр хәлдә лә ауыртыу-һыҙланыуҙарға түҙеп, һуңғы сиккә тиклем табипҡа мөрәжәғәт итмәй. Ә һуңынан уны «Ашығыс ярҙам» менән килтерәләр. Һөҙөмтәлә, иң ҡәҙерле ваҡыт үткән була, сир аҙыу сәбәпле, ауырыуҙың ғүмерен ҡайһы саҡ ҡотҡарып булмай. Табиптар ғәйепле булып ҡала, медицина хеҙмәткәрҙәре яғынан мөмкин булғандың барыһын да эшләүгә ҡарамаҫтан, уларҙың яҡындары ризаһыҙлыҡ белдерә, зарлана. Шулай уҡ бындай осраҡта, улар көндөҙ үҙ сменаларын эшләп ҡайтҡан булһа ла, лаборанттарҙы, табип-белгестәрҙе төнөн саҡыртырға тура килә. Улар барыһын да аңлап, бер һүҙһеҙ килеп етә. Тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, сирлеләргә ашығыс ярҙам күрһәтеүгә даими әҙер булғандары өсөн барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт.
Табиптар иңенә төшкән ҙур яуаплылыҡ тураһында ла әйтмәй булдыра алмайым. Бер үк белгес стационарҙа ла эшләй, поликлиникала ла ҡабул итә, операция ла яһай (хирургтар, акушер-гинеколог), ә улар дежурға ла сыға. Уларҙың түҙемлегенә, ныҡлығына, эш һәләтенә һоҡланырлыҡ. Үҙ сиратыбыҙҙа пациенттар яғынан да медицина хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтенә ҡарата итәғәтле мөнәсәбәт күрге килә.
«Ашығыс ярҙам» тураһындағы мәсьәләгә кире ҡайтып, тағы ла бер тапҡыр билдәләп үткем килә, беҙ бер кемгә лә ярҙам күрһәтеүҙән баш тартмайбыҙ. «Ашығыс ярҙам» һәр саҡырыуға бара. Әгәр ул (бик аҙ осраҡта) ваҡытында килеп етә алмаған икән, тимәк, уның бик етди сәбәптәре булған.
Редакциянан. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Беҙ быйыл «Баш табипҡа һорау» исеме аҫтында яңы рубрика асабыҙ. Һеҙ 2-23-78, 2-23-53 телефондары аша редакцияға шылтыратып, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибына бирергә теләгән һорауҙарығыҙҙы әйтә һәм уларға яуап ала алаһығыҙ.
Һеҙҙән шылтыратыуҙар көтәбеҙ!