Мәғлүм булыуынса, республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге барлыҡ байрам көндәрендә лә эшләйәсәк. Телефон күп каналлы – теләгән кеше мотлаҡ бәйләнешкә сыға. Үҙәккә иртәнге 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин:
Унан тыш, Республика Һәләкәт медицинаһы хеҙмәтенең идара органдары, бүлектәре юғары әҙерлек режимына күскән. 2020 йылдың 21 декабренән 2021 йылдың 9 ғинуарына тиклем Һаулыҡ һаҡлау министрлығының етәкселек составы һәм ведомствоға ҡараған ойошма етәкселәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа буласаҡ.
Поликлиникалар һәм уларҙың бүлексәләре түбәндәгесә эшләйәсәк: 2020 йылдың 31 декабрендә, 2021 йылдың 1 – 9 ғинуарында байрам графигы буйынса, 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем. Табиптар һәм кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыуҙар 16.00 сәғәткәсә ҡабул ителәсәк. 10 ғинуарҙа шулай уҡ кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыуҙар 16.00 сәғәткәсә ҡабул ителәсәк.
Компьютер томографияһының амбулатор үҙәктәре һәм баш ҡаланың 13-сө дауаханаһы базаһындағы Яңы коронавирус инфекцияһын диагностикалау, дауалау амбулатор үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
“Ашығыс ярҙам” бригадалары, травмпункттар, ҡабул итеү-диагностика бүлектәре, медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре эшенә контроль ойошторолған, янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлеше тикшерелә. Зыян күргәндәр булған осраҡта, койка-урын резервы булдырылған, дауалау препараттары, медицина ҡорамалдары запасы тейешле кимәлдә, барлыҡ ашығыс һәм пландағы медицина ярҙамы тәьмин ителәсәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған шарттарҙа үтәсәк Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары осоронда халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтергә тулы күләмдә әҙер.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Өфөләге 5-се (Цюрупа урамы, 84), 10-сы (Горький урамы, 47), 21-се (Урман үткеле, 3) ҡала клиник дауаханаларының травмпункттары тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
Балалар өсөн травмпункттар Республика клиник балалар дауаханаһында (Кувыкин урамы, 98), 17-се ҡала клиник балалар дауаханаһында (Азатлыҡ урамы, 29) тәүлек әйләнәһенә; 5-се (Жуков урамы, 18), 4-се (Орджоникидзе урамы, 15) поликлиникаларҙа 8 - 22 сәғәттәрҙә адрестары буйынса эшләйәсәк.
Күҙҙәргә зарар килгәндә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән офтальмологик травмпункттарға мөрәжәғәт итергә кәрәк: 10-сы ҡала клиник поликлиникаһы (Ҡулса урамы, 47); Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты (Аврора урамы, 14) травмпункттары.
Теш һыҙлағанда баш ҡаланың Октябрь проспекты, 105/3 адресы буйынса 2-се стоматология поликлиникаһына йәки Блюхер урамы, 25/1 адресы буйынса урынлашҡан 7-се балалар стоматология поликлиникаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ госпиталдәрҙәге, үҙаллы ҡурсаланыуҙа булған кешеләргә ашығыс стоматология ярҙамы күрһәтеләсәк.
2021 йылдың 1 - 10 ғинуарҙа район һәм ҡала дауаханаларында ла тәүлек әйләнәһенә ашығыс стоматология ярҙамы дежурҙа буласаҡ.
“Ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары 1 ғинуарҙан эшләй башлай:
- 1301 – табипты йортҡа саҡырыу;
- 103 – “Ашығыс ярҙам” саҡырыу;
- 8 (347) 286-58-27; 8 (347) 279-91-20 - коронавирус инфекцияһы буйынса күп каналлы тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон.
4 ғинуарҙан “Берҙәм Рәсәй” партияһының "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына ла ярҙамға мохтаждар шылтырата ала:
Был бигерәк тә 65 йәштән үткәндәргә һәм үҙаллы ҡурсаланыу режимында булғандарға ҡағыла.
Фото: retina.news.mail.ru