Тағы бер кеше – Өфөнән 53 йәшлек ир донъя ҡуйған. Ул бронхиаль астма, гипертония, хроник мейе ишемияһы ауырыуҙарынан яфаланған. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, уҙған тәүлектә республикала тағы 150 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 15 710 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Әле диагнозы раҫланған 656 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 48-е – ауыр хәлдә, 13 сирле – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Ә 2 152 кеше өй шарттарында дауалана. Тәүлек эсендә 410 кешелә дауаханан тыш пневмония теркәлгән, 386-һы үпкә ялҡынһыныуынан һауығып, дауахананан сыҡҡан. https://www.bashinform.ru/news/1532697-v-bashkirii-chislo-zhertv-covid-19-uvelichilos-do-95-chelovek/