5 декабрҙә республикаға Гамалея үҙәгенән 1200 доза Гам-КОВИД-Вак вакцинаһы килтерелде. Тәү сиратта прививка сирлеләр менән туранан-тура эшләгәндәргә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә яһала. «Уны тиҙ арала үткәрергә кәрәк, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Беҙгә меңдән ашыу дозаның килтерелеүе бик дөрөҫ, беҙ нисек һаҡларға, тапшырырға, вакцина эшләргә, ошо эште ойошторорға өйрәнһен өсөн. Был быға тиклем килтерелгән 40 доза вакцина түгел». Декабрь аҙағына тиклем Башҡортостанға коронавирус инфекцияһынан вакцинаның икенсе партияһы килтерелеүе көтөлә. Алдан хәбәр ителгәнсә, әлегә барлыҡ прививкаларҙы бушлай, табиптарҙың йүнәлтмәһе буйынса дәүләт дауаханаларында һәм поликлиникаларында ғына эшләйҙәр, шәхси медицина учреждениеларында COVID-19-ға ҡаршы вакцина юҡ. https://www.bashinform.ru/news/1530919-vaktsinatsiya-naseleniya-bashkirii-ot-covid-19-nachinaetsya-s-segodnyashnego-dnya/