“Рәсәй Президентының ҡушыуына ярашлы, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштең яңы этабын башлайбыҙ. Республикаға Гамалея үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак векторлы вакцинаһының тәүге ҙур партияһы килеп етте – 1200 доза. Беренсе сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараған, сирлеләр менән бәйләнешкә ингәндәргә вакцина яһаясаҡбыҙ, һүҙ медицина белгестәре, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр хаҡында бара”, – тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге шәхси битендә. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ҙурыраҡ вакцина партияһы килеүе көтөлә. “Нисә доза булыуы етештереү ҡеүәтенә бәйле. Әлбиттә, күберәк алырға һәм халыҡ араһында ла вакцинация яһай башларға тырышасаҡбыҙ. Шулай итеп, эҙмә-эҙлекле коллектив иммунитет булдырасаҡбыҙ”, – тине был хаҡта Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, әлегә коронавирустан прививка табип йүнәлтмәһе буйынса бушлай, фәҡәт дәүләт дауаханаларында һәм поликлиникаларында ғына яһала, шәхси медицина учреждениеларҙа COVID-19 вирусына ҡаршы вакцина юҡ.