уҙған тәүлектә республикала тағы 135 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда сирлеләр 13 581 кеше тәшкил итә. Әлеге көндә республика стационарҙарында 393 пациент коронавирустан дауалана. Уларҙың 36-һы – ауыр хәлдә, ә 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Мең ярым самаһы кеше өй шарттарында дауалана. «Башҡортостанда COVID-19-ҙан вафат булыу осраҡтары теркәлмәне һәм элеккесә 76 кеше тәшкил итә», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Бынан тыш, тәүлек эсендә республикала 417 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған, 423 кеше дауахананан сығарылған. https://www.bashinform.ru/news/1526141-v-bashkirii-za-sutki-covid-19-zaboleli-eshche-135-chelovek-pnevmoniey-417/