Стэрлебаш шишмэлере
+13 °С
Облачно
Һаулыҡ һаҡлау
12 Января 2020, 12:20
Ҡурҡаҡ ҡына хоккей уйнамай
Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауылы халҡы йыл да ҡыш рәхәтләнеп сәкән һуға.
Эргәләге күл боҙонда шәп хоккей майҙансығы эшләп алған улар. Йәше лә, олоһо ла миҙгел етеү менән был урынды таҙартып, уйын өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙыра. Ялтырап торған боҙҙо күргән ололар үҙҙәре лә түҙмәй ҡулдарына сәкән тотоп ала, ти хәбәр итә Яңы Бәрҙәш мәктәбе уҡытыусыһы Зилиә Ғиндуллина.
"Физкультура уҡытыусыһы Динар Хәбибулла улы уҡыусыларҙы ҡышҡы каникул көндәрендә рәхәтләнеп боҙҙа хоккей уйнатты. Балалар сәләмәтлеген нығытып ғына ҡалманы, яңы уҡыу сирегенә көс һәм дәрт тә тупланы. Хакимиәттең йәштәр эше буйынса белгесе Ринат Ғиндуллин ауылдың өлкәнерәк йәштәге халҡы менән төрлө ярыштар үткәрә, кис хоккей уйнайҙар. Ғөмүмән, һәр кем ялын бик файҙалы үткәрҙе", - тине уҡытыусы.
Яңы Бәрҙәш урта мәктәбендә 92 уҡыусы белем ала.
Фото: Зилиә Ғиндуллина.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/ur-a--ina-hokkey-uynamay-71149/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"