Һаулыҡ һаҡлау
12 Января 2020, 12:33

Туймазыла яңы балалар поликлиникаһы асылды

Ул РФ Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса үтәлгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы төҙөлгән.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Туймазы үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы тәүге пациенттарын ҡабул иткән. Бинаһы өс ҡатлы, дөйөм майҙаны 5,5 мең квадрат метр, сменаһына 300 кеше ҡабул ителә ала. Төҙөлөш 2018 йылдың июлендә башланған. Дөйөм хаҡы 336 миллион һум тәшкил ителеп, уның 172 млн-ы төҙөлөшкә, ҡалған 164 миллионы йыһаздарға һәм медицина ҡорамалдарына тотонолған. ФОТО: ИА "Башинформ"
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tuymazila-ya-i-balalar-poliklinika-i-asildi-71392/
Читайте нас