Был турнирҙа ете ир-егеттәр һәм өс ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ҡатнашты. Шулай уҡ "Бөркөт" хәрби хәрәкәт ойошмаһы рәйесе Илшат Мәхмүт улы Батталов Иҫәнғолдан команда йыйып үҙенең бүләктәре һәм күсмә “Хәтер” кубогын алып килгәйне. Турнир бик көсөргәнешле барҙы, һәр команда дәртләнеп, сәмләнеп көс һынашты. 1-се урынды Иҫәнғолдан "Бөркөт" командаһы яуланы. 2-се урынды Байыш ауылының өлкәндәр командаһы алһа, 3-сө урынды Аҡдәүләт ауылы егеттәре яуланы. Ҡатын- ҡыҙҙар араһында 1–се урын- Биштирәктәр, 2-се урын- Байыштар, 3-сө урынды Сәғиттәр яуланы. Ҡатнашыусылар шо ярышты ойошторосылар- Илмир Мөхәмәтйәновтың әсәһе Рәйлә апайға, ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Куланчинға, депутаттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.