Райондың 69 ауылының 27ндә генә фельдшер-акушерлыҡ пункты булыуын иҫәпкә алһаҡ, ауыл халҡына беренсел медик-санитар ярҙамды ваҡытында алыу мөмкинлеген биреүсе күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты булыуының мөһимлеге күҙгә күренеп тора. ПАЗ-32053 автобусы базаһында «Медицина кабинеты» күсмә дауалау-диагностикалау комплексы районға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» республика проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡайтарылды. Ул кәрәкле йыһаздар: кардиомаркерҙарның портатив экспресс-анализаторы, электрокардиограф, гинекология йыһазы, дефибриллятор-монитор һәм башға медицина йыһаздары, шул иҫәптән анализдар алыу яйланмалары менән тәьмин ителгән.
Илшат Иншар улы әйтеүенсә, әлегә транспорт сараһын теркәү, иҫәпкә ҡуйыу, страховкалау эштәре бара. Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктын йөрөтөү тәжрибәле водитель Валерий Ҡунаҡҡоловҡа ышанып тапшырылған. Ул графикка ярашлы участка терапевы, акушерк, лаборант һәм шәфҡәт туташы менән берлектә ауылдарға сығасаҡ. Күсмә медицина комплексы эшләй башлау менән ауылдарҙа медицина ярҙамын күрһәтеү яҡшырыр тип уйлайбыҙ. Был Яңы йыл алдынан ауылдар халҡына республика етәкселегенән бик һәйбәт бүләк.
Рәйсә МУСИНА. Фото И.Яппаров тарафынан бирелде.