Һаулыҡ һаҡлау
4 Января 2020, 08:36

Яңы йыл байрамдарында йәрәхәтләнеүселәр күбәйгән

Табиптар өсөн Яңы йыл байрамдары, ғәҙәттәгесә, эш урынында үтә. Был осорҙа уларға икеләтә көс төшә.

Оҙайлы байрамдарҙа дауаханаларға йәрәхәтләнеүселәр күпләп мөрәжәғәт итә. Өфөнөң Цурюпа урамындағы травматология бүлегенә беренсе ғинуарҙа ғына 100-гә яҡын пациент килә. Зыян күреүселәр башлыса тау шыуып йәки юлдарҙағы боҙҙа тайып йығылып йәрәхәтләнә. Табиптар уларға рентген үткәреп, медицина ярҙамын күрһәтә. Тикшереү һәҙәмтәләре буйынса һәр кешегә дауалау процедуралары яҙыла. Табиптар әйтеүенсә, тап оҙайлы ялдар мәлендә йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтары киҫкенләшә. Күңелһеҙ хәлдәр кешеләрҙең байрам кәйефе һөҙөмтәһендә уяулығын юғалтыуға бәйле.


Фото: БЮТ
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayramdar-a-y-r-h-t-aliusilar-k-b-yg-n-62757/
Читайте нас