Ул диетик ризыҡ булып һынала. Ундағы йод күләме хатта диңгеҙ ризыҡтарына ҡарағанда ла күбрәк. Биҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн, эс ҡатҡанда, витаминдар етмәгәндә, атеросклероз ваҡытында фейхоа бик файҙалы. Ҡабығындағы көслө антиоксиданттар онкология сирҙәрен булдырмаҫҡа ярҙам итә. С витамины һалҡын тейгәндә, иммунитетты күтәреү өсөн яҡшы.